Уйбулат

Уйбулат, Илмән (рус. Уйбулатово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 262 кеше[2]. Почта индексы — 452227, ОКАТО коды — 80256875009.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 262 130 132 49,6 50,4

Ауылда күпселек Татарҙар йәшәй.[3]

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 33 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 66 км

Тарихы

Ауыл 1635 йылдан билдәле.[3] Уйбулат ауылына Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1635 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында мариҙар төпләнгән, мариҙар был ауылда XIX быуаттың 2‑се яртыһына тиклем йәшәгән. 1730 йылға тиклем керҙәшлек килешеүе буйынса яһаҡлы татарҙар күсенеп килгән, һуңынан улыр типтәрҙәр ҡатламына күскән.[4]

Ауылда фельшер пункты, клуб эшләй.[3]

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.

Тема буйынса өҫтәмә