Иҫке Үҙмәш

Иҫке Үҙмәш (рус. Староузмяшево) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл[2]. Йомаш ауыл советы составына инә[3][4]. 1959—2004 йылдарҙа хәҙер бөтөрөлгән Митрәй-Әйүп ауыл советы составына ингән[5]. Почта индексы — 452215, ОКАТО коды — 80256875008.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү Һәм үҙгәртеп ҡороу тураһында» тигән законының 1-се статья, 127-се пунктында былай тиелгән: «Йомаш һәм Митро-Әйүп ауыл советтарын берләштерергә, административ үҙәге Йомаш ауылында булған Йомаш ауыл советы исемен һаҡлап ҡалырға, Метро-Әйүп ауыл советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға»[6]. («Республика Башкортостан» гәзитендә баҫылған, № 243 (25726), 18.12.2004).

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 25 км;
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йомаш): 5 км;
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 66 км[3].

Тарихы

Иҫке Үҙмәш ауылы Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә «Үҙмәш» исеме менән 1745 йылдың 22 июнендәге һәм 1746 йылдың 31 ғинуарындағы керҙәшлек килешеүҙәренә ярашлы барлыҡҡа килә. 1795 йылда ул «яңы барлыҡҡа килгән Үҙмәш ауылы» булараҡ теркәлгән. Унда 1783 йылда — 108, 1795 йылда — 66, 1834 йылда — 224, 1859 йылда — 341, 1870 йылда — 424 типтәр һәм 44 татар, 1920 йылда — 930 типтәр иҫәпкә алынған[3]. Аҫаба ауылдан айырылып, Яңы Үҙмәш ауылы барлыҡҡа килә, ул тәүге тапҡыр 1859 йылдағы X ревизияла теркәлә, ул саҡта ундағы 10 ихатала 53 типтәр йәшәгән була[7].

1877 йылда баҫылған 1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса тораҡ пункттар исемлегендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең 4-се станы Үзмәшев (Ҡаҙ-илгә) ауылы булараҡ телгә алына. Ҡаҙ-илгә йылғаһы буйында, Бәләбәйҙән Бөрөгә барған юлдың һул яғында, өйәҙ ҡалаһы Бәләбәйҙән 113 саҡрым һәм Курачев ауылынан 32 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда 68 йортта 468 кеше (233 ир-ат һәм 235 ҡатын-ҡыҙ, татарҙар, типтәрҙәр) йәшәгән, мәсет, һыу тирмәне булған[8].

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
2002200920102020[9]
151158122107
50
100
150
200
2002
2009
2010
2020

Бынан алдағыраҡ йылдарҙа халыҡ һаны: 1906 йыл — 781 кеше; 1920 йыл — 930; 1939 йыл — 812; 1959 йыл — 543; 1989 йыл— 173 кеше булған[3].

Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылдың төп халҡы — татарҙар (52 процент) һәм башҡорттар (39 процент).

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — С. 344. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2026)
  3. 1 2 3 4 Староузмяшево. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (баш.)
  4. Администрация сельского поселения Юмашевский сельсовет муниципального района Чекмагушевский район Республики Башкортостан. Муниципальный район Чекмагушевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  5. Староузмяшево. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (15 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  6. http://www.gsrb.ru/MainLeftMenu/ZakonoTvorch/Zakoni/125-2004. phpАрхивная копия от 6 июнь 2010 на Wayback Machine (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2026)
  7. Асфандияров А. 3. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Справочное. — Уфа: Китап, 2009. — С. 400. — 744 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2026)
  8. Список населенных мест по сведениям 1870 года , 1877, с. 53
  9. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya.
  10. Иван Вавилов. В Башкирии не стало ветерана Великой Отечественной войны Рифгата Баянова. ИА «Башинформ» (01.01.26). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)
  11. Известные деятели культуры › Исхакова Рива Афзаловна. Муниципальное бюджетное учреждение Районный Дом культуры муниципального района Чекмагушевский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2026. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә