Ҡаран (Саҡмағош районы)

Ҡаран (рус. Каран) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 167 кеше[2]. Почта индексы — 452225, ОКАТО коды — 80256855003.

Тарихы

Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Мостай Атыевтың исеменә бәйләп халыҡ телендә Ҡаран-Мостай тип йөрөтөлгән ауыл Баҙы йылғаһына ҡойған Ҡаран йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ул 1755 йылғы картала күһәтелә. 1762 йылғы III рәүиз документтарында тораҡ пунктында 48 типтәрҙең йәшәүе теркәлә. 1783 йылда ауылда 108 кеше, 1795 йылда 132 кеше йәшәй. 1795 йылда баҫылып сыҡҡан «Экономические примечания к Генеральному межеванию земель» тип аталған тарихи сығанаҡта ауылда 63 башҡорттоң һәм 70 типтәрҙең һәм 13 яһаҡ татаврҙарының йәшәүе билдәләнә. 1843 йылда ауылда 65 башҡорт һәм 140 типтәр йәшәй. 1870 йылда башҡорттар һаны 448 кеше, татарҙар 37 кеше тип теркәлә. 1920 йылда үткәрелгән тәүге совет рәүизендә ауылда 986 башҡорт һәм татар теркәлә[3].

1794 йылда Саҡмағош ауылы мишәре Шәмсетдин Байымбәтов ауыл мәсетенә мулла итеп тәғәйенләнә. 1782 йылда ауылға яһаҡ татарҙары (дәүләт крәҫтиәндәре) күсенә, 1874 йылда Ҡаряуҙин улусының Москово ауылынан дәүләт крәҫтиәндәре — татарҙар килеп төпләнә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 167 83 84 49,7 50,3

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 21 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тайнаш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 80 км

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә