Тамъян (Саҡмағош районы)

Тамъян (рус. Тамьяново) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 268 кеше[2]. Почта индексы — 452212, ОКАТО коды — 80256835004.

Тарихы

Ҡыр-Йылан ырыуы ауылдары араһында улус исеме менән аталып йөрөтөлгән Тамъян ауылы ла бар. Ул Ҡарағош йылғаһы буйында ята. Красильниковтың картаһында уның булыуы ауылдың XVIII быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килеүен раҫлай. Унда башҡорттар һәм типтәрҙәр йәшәй. 1762 йылда ауылда 26 кешенең йәшәүе теркәлә. 1795 йылда ауылда 77 башҡорт һәм 17 типтәр, 1816 йылда - башҡорттарҙың һаны күрһәтелмәй, ә типтәрҙәр 19 кеше була, 1834 йылда 117 башҡорт йәшәй. 1850 йылда 163 башҡорт һәм 25 типтәр, 1859 йылда ауылда 156 башҡорт һәм 25 типтәрҙең йәшәүе теркәлә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 268 122 146 45,5 54,5

Географик урыны

Сығанаҡтар

Билдәле шәхестәре

  • Булатов Миншәйех Тимершәйех улы (20.03.1927) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби хеҙмәткәр. Полковник. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры (1969). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Коллектив авторов. История башкирских родов. Елан. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 9. — С. 119—120. — 720 с. — 3 500 экз. — ISBN 978-5-85051 605 5.

Тема буйынса өҫтәмә