Яңы Сөрмәт

Яңы Сөрмәт (рус. Новосурметово) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 7 кеше[2]. Почта индексы — 452221, ОКАТО коды — 80256845010.

Тарихы

Боронғо Сөрмәт ауылы буйынса архив материалдары һаҡланмаған тип әйтерлек. 1795 йылда үткәрелгән V рәүиз документтарына ярашлы Сөрмәттә 42 башҡорт, 57 типтәр (ерһеҙ башҡорт) йәшәй. 1859 йылда ауылда дөйөм иҫәпләгәндә 217 кешенең йәшәүе теркәлә. Ә 1870 йылда 209 башҡорт йәшәгән. 1920 йылда үткәрелгән совет рәүизе ауылда 248 башҡорттоң йәшәүен теркәй[3].

Яңы Сөрмәт ауылы XIX быуат аҙаһында барлыҡҡа килә. 1920 йылда ауылдағы V рәүиз документтарына ярашлы 75 ихатала 365 башҡорт йәшәй. Типтәрҙәр ауылға 1765 йылда индерелә (акт төҙөмәйенсә генә). Типтәрҙәрҙәрҙең бер өлөшө килешеү буйынса 1804 йылдың 18 июдендә индерелә. 1843 йылда 48 башҡортҡа 64 бот ужым игене, 192 бот яҙғы иген сәселә.[3]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 7 2 5 28,6 71,4

Географик урыны

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә