Ҡалмашбаш

Ҡалмашбаш (рус. Калмашбашево) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 774 кеше[2]. Почта индексы — 452209, ОКАТО коды — 80256820001.

Тарихы

Ауыл тәүге тапҡыр 1702 йылдың 9 мартында аҫаба башҡорттар тарафынан типтәрҙәрҙе үҙ ерҙәренә индереүҙәре тураһында төҙөлгән сығанаҡта телгә алына. 1712 йылдың 20 мартында Дыуанай улусы башҡорто Аҡъегет Ҡарамшаҡов килешеү нигеҙендә үҙ ерҙәренә йорт төҙөп йәшәү хоҡуғы менән типтәр Арыҫлан Самсалинды индерә. Бының өсөн Самсалин йыл һайын Ҡарамшаҡовҡа бер һыуһар тиреһен биреп торорға тейеш була. 1780 йылда башҡорт Максим Йортоҡаев, бурысын ҡаплатыу иҫәбенә, үҙ ерҙәренә татар Ямай Йәмәкесбайевты индерә. 1759 йылда башҡорт Йортбағыш Әсәнков үҙенең ерҙәрен өс өлөшкә бүлеүен теркәй: беренсеһе Яҙғы Оҙон ҡул тип аталғаны Биккенә ауылы татары Биккенә Ибраевҡа бирелә, ҡалған икеһен - Ҡыҫҡа ҡул һәм Әсән биләмәләрен үҙ исемендә ҡалдыра. Ауылда шулай уҡ бер ниндәй документтарһыҙ индерелгән мишәрҙәр ҙә йәшәй, шуға ла уларҙың ҡасан бында килеп төпләнеүе билдәле түгел[3].

V рәүиз документтары буйынса ауылда 288 башҡорт, 268 типтәр һәм 11 мишәр, 1816 йылда - 250 башҡорт, 400 типтәр һәм 17 мишәр, 1834 йылда 301 башҡорт, 464 типтәр һәм 10 мишәр йәшәй. Ә 1859 йылғы рәүиз документтарында ауылда йәшәүселәрҙең бөтәһе лә типтәр, 1870 йылғыһында - 1127 башҡорт, 1920 йылдағыһында - 2257 типтәр йәшәй тип теркәлә. Күренеүенсә һуңғы өс рәүиздә ауыл кешеләренең этник составы дөрөҫ күрһәтелмәй.

1870 йылда ике мәсетле ауылда дини мәктәп эшләй. 2 тирмән (1848 йылда 5 тирмән), 8 кибет була. Өҫтәүенә ауыл халҡы аҙна һайын ойошторолған баҙарҙа үҙҙәре етештергән продукцияны һата йәки һатып ала[3].

1843 йылда 301 башҡортҡа 520 бот ужым игене, 1632 бот яҙғы иген сәселә һәм 32 бот карттуф ултыртыла. 10 мишәр 16 бот ужым игене, 160 бот яҙғы иген сәсә. 117 ихатала 200 баш умарта тотола.

Ауылдың ир-егеттәре 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. Мәҫәлән, Бәхтийәр Баҡый улы Ишәев 11-се башҡорт атлы полкы составында һуғыша, 1834 йылда «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Уның улдары - Йыһангир, Әхмәтйән. 1828 йылда Бәхтийәр Ишәев башҡорттарҙың дөйәләрен Эске Бүкеев урҙаһына алып барыуҙа ла ҡатнаша[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 774 361 413 46,6 53,4

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 19 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 49 км

Билдәле шәхестәре

  • Гәрәев Айҙар Риф улы (1962) — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (1994—1999).
  • Ишәев Бәхтийәр Баҡый улы (1777-?) — 11-се Башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры.
  • Шамил Шахғәли (Миңлеғәлиев Шамил Шәғәли улы; 9.06.1920—15.01.1987), педагог, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры[4].

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр