Гәрәев Айҙар Риф улы

Айҙар Риф улы Гәрәев (рус. Гареев Айдар Рифович; 1962 йылдың 2 майы, Ҡалмашбаш, Башҡорт АССР-ы) — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе (19941999).

Биографияһы

Гәрәев Айҙар Риф улы 1962 йылда Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Ҡалмашбаш ауылында тыуған.

1987 йылдан — Коммунистар партияһы ағзаһы.

1986—1987 йылдарҙа Өфө районы ауыл хужалығы идаралығының инженер-зоотехнигы, Өфө район агросәнәғәт берекмәһенең өлкән инспекторы, өлкән зоотехнигы булып эшләй.

1987—1988 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Өфө район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, артабан — икенсе секретары.

1988 йылда ВЛКСМ-дың Өфө район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

1993—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Демократик ауыл йәштәре союзының республика комитеты рәйесе.

1994 йылда — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзының республика комитетыэштәре менән идара итеүсеһе, Башҡортостан Республикаһы йәштәренең аграр союзы республика комитетының рәйесе.

1994 йылдың октябрь айынан 1999 йылдың октябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Демократик йәштәре союзы Президиумының — Рәсәй йәштәре союзының республика ойошмаһы рәйесе. Философия фәндәре кандидаты. «Истинность моделирования и моделей в познании» темаһы буйынса диссертация яҡлай (2002)[1]/

Артабанғы эш урындары: «АйТи» региональ бизнес-компания идаралығының директоры.

2002 йылда «Истинность моделирования и моделей в познании» тигән темаға философия фәндәре кандидат исеменә диссертация яҡлай[2].

Хәҙерге ваҡытта ваҡытта «Рәсәй умартасылар Союзы»ның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе урынбаҫары булып эшләй[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Гареев Айдар Рифович (рус.)
  2. Гареев, Айдар Рифович. - Истинность моделирования и моделей в познании : диссертация . Российская государственная библиотека. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.
  3. ГАУ "БНИЦ По пчеловодству и апитерапии ". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 февраль 2026.