Поздеев Анатолий Максимович
Анатолий Максимович Поздеев (1925 йылдың 6 майы, Покровка, Таутөмән ауыл Советы (Иглин районы) — 2026 йылдың 11 ғинуары, Өфө) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Поздеев Анатолий Максимович 1925 йылдың 6 майында Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы, хәҙер Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Покровка ауылында тыуа.
Өфөнөң 11-се мәктәбендә туғыҙ класс тамамлай. Отличник була, немец телен яҡшы белә, спорт менән шөғөлләнә[1].
1943 йылдың 24 июнендә Өфө ҡалаһының ул саҡтағы Жданов район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Көнбайыш фронттың 110-сы уҡсылар дивизияһы 1289-сы уҡсылар полкы составында хеҙмәт итә. 2-се Белорус һәм Калинин фронттарында һуғыша, Могилёвты һәм Минскиҙы азат итә. 1944 йылдың 7 июлендә ҡаты яралана, дауаланғандан һуң уны Орёл танк училищеһына уҡырға ебәрәләр, Еңеү көнөн курсант булып ҡаршылай[2].
Артабанғы ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай: Германияла, Төркмәнстанда, РСФСР биләмәләрендәге төрлө частарҙа хеҙмәт итә. 1963 йылдың декабренән 1974 йылдың мартына тиклем Волга буйы федераль округының 8-се танк армияһының 30-сы гвардия танк дивизияһы 276-сы танк полкы разведкаһы начальнигы була[1].
1974 йылдың 8 февралендә подполковник званиеһында отставкаға сыға.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
Хәрби хеҙмәт ветераны һәм йөҙйәшәр 2026 йылдың 11 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• III дәрәжә Дан ордены (1944)[5];
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6];
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[7];
• «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[8];
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1954)[9];
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл»[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Сто героических лет. Ветеран войны Анатолий Поздеев отметил вековой юбилей. Ветеран РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Платон Федоров. В Уфе в честь Дня Победы прошли персональные парады для ветеранов. АО ТРК «Башкортостан» Bash.News (13 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Поздееву А. М. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Инсаф Хужабирганов. В Уфе скончался ветеран Великой Отечественной войны Анатолий Поздеев. ИА «Башинформ» (12 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Поздеев Анатолий Максимович. Орден Славы III степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Поздеев Анатолий Максимович. Орден Отечественной войны I степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Поздеев Анатолий Максимович. Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Поздеев Анатолий Максимович. Медаль «За отвагу». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Поздеев Анатолий Максимович. Медаль «За боевые заслуги». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Светлана Комкова. «Ветераны Великой Отечественной войны». Серия 2. Галерея С. Комковой (8 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Официальный сайт совета ГО г.Уфа. Главная > Почётные граждане > Поздеев Анатолий Максимович – ветеран Великой Отечественной войны (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
- газета «Уфимские ведомости». 13 мая 2021 года. Парад для одного героя (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
- Официальный сайт Ашинского муниципального района Челябинской области. 9 мая в городе Миньяр прошли праздничные мероприятия, посвященные Победе в Великой Отечественной войне 1941-1945 г.г. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)
- МБУ «Медиадом «Вся Уфа». Истории ветерана Анатолия Поздеева (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2026)