Сергеев Пётр Михайлович

Сергеев Петр Михайлович (1925 йылдың 13 декабре, Миньковка[d], Мәләүез районы2025 йылдың 11 апреле, Өфө) — нефтсе-инженер, нефть сығарыу тармағы һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Майор. КПСС-тың Бөрө ҡала комитетының беренсе секретары. СССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе. I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. БАССР-ҙың 8-10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Петр Михайлович Сергеев 1925 йылдың 13 декабрендә Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының Иҫке Муса ауыл советы үҙәге булған Миньковка ауылында[2] тыуа.

Быҙаулыҡта II Әстерхан хәрби-пехота училищеһын тамамлағандан һуң, 1943 йылда фронтҡа китә. Хәрби юлы Харьковта башлана. Днепр йылғаһын аша сығыуҙа, Киев, Фастово, Аҡ Сиркәү ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Новгород-Волынск эргәһендә ауыр яралана. Хәрби хеҙмәттән майор дәрәжәһендә демобилизациялана.

Һуғыштан 2-се төркөм инвалиды булып ҡайта. Тыныс тормошта хеҙмәт эшмәкәрлеген Стәрлетамаҡ ҡалаһы Пионерҙар йортонда башлай. Өфө нефть институтын тамамлай (1952).

Дипломлы белгес булараҡ, нефть разведкаһының өлкән инженеры, быраулау контораһы техник бүлеге начальнигы, скважиналарҙы апробациялау буйынса контора инженеры булып эшләй.

Балаҡатай тәрән быраулау контораһы, Ҡолсоба быраулау контораһы директоры, «Башвостокнефтеразведка» тресының баш инженеры була. Артабан, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем, 17 йыл КПСС-тың Бөрө ҡала комитетының беренсе секретары вазифаһында эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].

2025 йылдың 11 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы(2025)[5];
• СССР-ҙың почётлы нефтсеһе;
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2];
«Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
• Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены;
• ике «Почёт Билдәһе» ордены.

Иҫкәрмәләр

  1. Сергеев Пётр Михайлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 Сергеев Петр Михайлович. «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
  3. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Сергееву П. М. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
  4. На 100 году жизни ушел из жизни ветеран Великой Отечественной войны из Уфы Петр Сергеев. ufa.kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.
  5. Проект «Повод гордиться» рассказал о герое-фронтовике из Уфы Петре Сергееве. ИА «Башинформ» (16 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2025.

Тема буйынса өҫтәмә