Фәхрүтдинов Әсхәт Ғәлләм улы

Фәхрүтдинов Әсхәт Ғәлләм улы (рус. Фахрутдинов, Ахсат Галлямович; 1926 йылдың 10 авгусы, Арыҫлан) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән матрос. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған (1985)[1]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Әсхәт Ғәлләм улы Фәхрүтдинов 1926 йылдың 10 авгусында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Арыҫлан ауылында тыуған.

Хәрби хеҙмәте

1943 йылдың ноябрендә Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2]. 39-сы уҡсылар дивизияһының 50-се уҡсылар полкында өлкән матрос булып хеҙмәт итә. Украинаны, Венгрияны, Румынияны, Австрияны, Чехословакияны азат итеү буйынса хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1945 йылдың ноябрендә демобилизациялана[3]. Хеҙмәте 1950 йылда ғына тамамлана[4].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Тыныс тормошта Өфөлә махсус автохужалыҡта өлкән мастер булып эшләй, һалым органдарында хеҙмәт итә. СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан филиалында инкассатор булып эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[5].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән өс ҡыҙ тәрбиәләп тормош блына сығара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
• «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
• «Венаны алған өсөн миҙалы»
• «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы.

Тема буйынса өҫтәмә