Федечкин Николай Иванович
Федечкин Николай Иванович (1925 йылдың 20 декабре, Железинский район[d]) — хәрби хеҙмәткәр. Майор[1]. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Николай Иванович Федечкин 1925 йылдың 20 декабрендә Ҡаҙаҡ ССР-ының Павлодар өлкәһе Урлютюб районында тыуа[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1942 йылда Ҡарағанда ҡалаһында фабрика-завод уҡыусылыҡ мәктәбен тамамлай. Һуңынан Усть-Каменогорск ГЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша
Хәрби хеҙмәте
1943 йылдың 29 авгусында Киров өлкәһе Киров ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. 17-се гвардия механизацияланған бригадаһында була[1]. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Берлин операцияһында ҡатнаша, Европала Германияны, Австрияны, Чехословакияны, Венгрияны нацизмдан азат итеүҙә ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, үҙен хәрби хеҙмәткә арнарға ҡарар итә һәм Совет Армияһына 28 йыл ғүмерен арнай. 1971 йылда хаҡлы ялға сыға[2].
1945—1950 йылдарҙа - Германияла, 1950—1960 йылдарҙа — Белоруссияла, 1960—1963 йылдарҙа — Свердловск өлкәһендә, Марий АССР-ында, 1963—1971 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ында, Салауат һәм Өфө ҡалаларында хеҙмәт итә.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы
• Ватан һуғышы ордены
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1954)
• «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
• «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы (1945)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
• юбилей миҙалдары.