Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы

Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова (рус. Рима Акбердиновна Баталова; 1964 йылдың 1 ғинуары, Шаран районы, Башҡорт АССР-ы) — 100-ҙән 5000 метрға тиклемге дистанцияларҙа йүгереү буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. VII, VIII һәм IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты[1]. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы[2].

Спорт

Мәктәп йәшендә күреү һәләте боҙолған инвалид спортсылар секцияһында еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1988), Урал физик культура академияһын (1996) тамамлай. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфө уҡыу-производство предприятиеһы физик культура коллективы тәрбиәләнеүсеһе («Спартак» ирекле спорт йәмғиәте).

1990 йылдан Башҡортостандың Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә Пётр Буйлов етәкселегендә күнекмәләр үтә[3].

Баталова СССР, Берләшкән команда һәм Рәсәй йыйылма командалары составында Сеул (1988), Барселона (1992), Атланта (1996), Сидней (2000), Афина (2004), Пекин (2008) ҡалаларында үткән Паралимпия уйындарында ҡатнаша һәм 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 м дистанцияларҙа йүгереү буйынса 13 тапҡыр чемпион, Паралимпия уйындарының көмөш (1992) һәм бронза (1998) призёры була.

18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, күп тапҡыр СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы.

Күреү һәләте боҙолған инвалид спортсылар араһында йүгереү дисциплиналары буйынса 18 тапҡыр донъя рекордсыһы.

СССР (1981–1991), Рәсәй (1991–2011) Паралимпия йыйылма командалары ағзаһы.

32 йыл дауамында Рима Аҡбирҙе ҡыҙы халыҡ-ара спорт ареналарында СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын яҡлай.

Күренекле ҡаҙаныштары өсөн «Гиннесстың рекордтар китабы»на индерелгән[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Паралимпия хәрәкәтендәге инвалид спортсыларҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә булышлыҡ итә. Физик культураны һәм спортты пропагандалау, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү менән шөғөлләнә, Рәсәйҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша.

  • Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт буйынса совет ағзаһы (2002–2006);
  • Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты (2000);
  • «Спорт хоҡуғы академияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк филиалы»н ойоштороусы (2007);
  • Башҡортостан Республикаһының физик мөмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың Паралимпия һәм Сурдлимпия хәрәкәте ассоциацияһының «Яңырыу» республика йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты ағзаһы (2007);
  • Сочи ҡалаһындағы XXII ҡышҡы Олимпия уйындарын (2009) һәм ҡышҡы Паралимпия уйындарын (2014) ойоштороу комитеты ағзаһы;
  • Волга буйы федераль округының граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәт советы ағзаһы (2010);
  • Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2010–2011);
  • Башҡортостан Республикаһының Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды идараһы рәйесе (2012).

VII, VIII һәм IX саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты[1][1][4].

Европа союзы, АҠШ, Бөйөк Британия һәм башҡа бер нисә илдең санкциялары аҫтында[5].

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге

2016–2021 йылдарҙа, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булып эшләгән осорҙа, 152 закон сығарыу инициативаһының һәм федераль закон проекттарына төҙәтмәләрҙең авторҙашы була[6].

Ғаиләһе

Кейәүҙә, ҡыҙы һәм ике ейәнсәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2002 йылдың 6 апреле) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, 2000 йылда Сиднейҙағы XI Паралимпия уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн;
  • Почёт ордены (1996 йылдың 3 декабре) — 1996 йылғы X йәйге Паралимпия уйындарында әүҙем ҡатнашҡаны һәм юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн;
  • Дуҫлыҡ ордены (2006 йылдың 10 авгусы) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, Афиналағы XII Паралимпия уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн;
  • Дуҫлыҡ ордены (2010 йылдың 23 авгусы) — физик культура һәм спорт үҫешендәге хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн;
  • «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены (1992 йылдың 3 декабре) — юғары спорт һөҙөмтәләренә өлгәшкәне, инвалидтарҙың Паралимпия уйындары ваҡытында күрһәткән батырлығы, фиҙаҡәрлеге һәм сыдамлығы өсөн;
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2000 йылдың 15 декабре) — 2000 йылғы Олимпия һәм Паралимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн;
  • «Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы» почёт билдәһе (1994 йыл);
  • Өфө ҡалаһының (2001) һәм Башҡортостан Республикаһы Шаран районының почётлы гражданы[4];
  • «Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы» түш билдәһе (2025 йыл)[7].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Роднина, Фетисов, Журова, Третьяк, Валуев, Легков вошли в список депутатов Госдумы девятого созыва. 1 октябрь 2026 тикшерелгән.
  2. ↑ Баталова Рима Акбердиновна. Государственная Дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 11 октябрь 2025 года.
  3. ↑ Башкирские спортсмены примут участие в Олимпийских играх для инвалидов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 17 июнь 2020 года.
  4. ↑ 1 2 3 Баталова, Рима Акбердиновна - ПЕРСОНА ТАСС. Энциклопедия ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 20 август 2023 года.
  5. ↑ PEP: Баталова Рима Акбердиновна, Государственная Дума, депутат, член комитета по физической культуре, спорту, туризму и делам молодежи. rupep.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025. Архивировано 30 ноябрь 2024 года.
  6. ↑ Рима Акбердиновна Баталова - биография, личная жизнь и достижения - Born Today. borntoday.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2025.
  7. ↑ Рима Баталова награждена знаком «Отличник физической культуры и спорта РФ». 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә