Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы
Ринат Шәйхимансур улы Сәғитов (рус. Ринат Шайхимансурович Сагитов; 1955 йылдың 27 марты, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2017 йылдың 24 авгусы, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй производство ойоштороусыһы һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (2007—2011).
Биографияһы
1955 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1972 йылда Өфө дәүләт нефть институтын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай, слесарь-йыйыусы булып эшләй. 1973-1975 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1975 — 2002 йылдарҙа Өфө эре панелле йорттар төҙөү тресында эшләй, ташсы-монтажсынан генераль директорҙың беренсе урынбаҫарына тиклем юл үтә.
2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм юл комплексы министрының беренсе урынбаҫары, 2004—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 2005—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары.
2012 йылдың 8 февраленән — Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, был вазифала бер йыл самаһы эшләй.
2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана, Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитет ағзаһы була.
2017 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе,
- Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе.
Хәтер
- 2026 йылдың 26 авгусында Өфөлә, Р Сәғитов йәшәгән Дорофеева урамы, 3-сө йорт фасадына мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[2].
Ғаиләһе
- Тол ҡатыны — Гүзәл Рим ҡыҙы[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://ufacity.info/press/news/264035.html
- ↑ В Уфе увековечили память почётного строителя России Рината Сагитова. 25 август 2026 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе увековечили память Рината Сагитова. gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2026.