Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы
Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы (5 ғинуар 1944 йыл — 18 март 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы уҡытыусыһы. 1992—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты (1999—2003). Иҡтисад фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993).
Биографияһы
Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Йомаш ауылында 1944 йылдың 5 ғинуарында тыуған.
1972 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай.
Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының уҡытыусыһы булып эшләй. Артабан — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.
Хәлил Барлыбаев 2020 йылдың 18 мартында Мәскәүҙә көтмәгәндә вафат була[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Рәсәй Шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе
Ғилми хеҙмәттәре
- Экономика Башкортостана (баш мөхәррир) (1988, 2003, 2007)
- Приватизацию на пользу народа (1994)
- Путь человечества: самоуничтожение или устойчивое развитие (Издание Госдумы, 2001)
- Общая теория глобализации и устойчивого развития (Издание Госдумы, 2003)
- Глобализация: за или против устойчивого развития (Изд-во РАГС, 2006)
- Человек, глобализация, устойчивое развитие (Изд-во РАГС, 2007)
- Человек в потоке универсальной эволюции (Изд-во РАГС, 2008)
- Интеллектуально-гуманистическая (ноосферная) формация — закономерное будущее человечества (Изд-во РАГС, 2010)
- Истина и справедливость как системообразующие ценности (2014)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы (Тикшерелеү көнө: 4 ғинуар 2025)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ушел из жизни ученый и общественный деятель Халиль Барлыбаев. ИА "Башинформ, " 2020, 18 марта (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2020)