Бигнов Рәмил Имамағзам улы

Рәмил Имамағзам улы Бигнов (рус. Бигнов, Рамиль Имамагзамович; 1956 йылдың 13 феврале, Үрге Аташ ауылы, Башҡорт АССР-ы)— Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, идара итеүсе, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың халыҡ депутаты, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының II саҡырылыш депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының II һәм V саҡырылыш депутаты. «Белсталь» ААЙ-ҙың генераль директоры.

Биографияһы

Рәмил Имамағзам улы Бигнов 1956 йылдың 13 февралендә Башҡортостан АССР-ының Чекмагуш районы Үрге Аташ ауылында тыуған.

1978 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1978 йылда Өфө эре панелле йорт төҙөү тресында ташсы булып башлай.

1979 йылдан комсомол эшендә эшләй: трестың ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, һуңынан секретары була. 1983 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районы ВЛКСМ райкомының беренсе секретары итеп һайлана. 1984 йылда Башҡортостан өлкә студенттар төҙөлөш отрядтары штабына етәкселек итә.

1986–1988 йылдарҙа Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, Афғанстан Республикаһында йәштәр эштәре буйынса кәңәшсе вазифаһын башҡара.

1988 йылдан Өфө эре панелле йорт төҙөү проект-төҙөлөш берләшмәһенең партком секретары, һуңынан — баш төҙөүсеһе, оператив идара итеү дирекцияһы директоры.

Сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

1990–1993 йылдарҙа — РСФСР-ҙың халыҡ депутаты.

1991–1993 йылдарҙа — СССР Юғары Советы ағзаһы.

1996–1999 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһының II саҡырылыш депутаты.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының II һәм V саҡырылыш депутаты итеп һайлана, Туймазы һайлау округы № 50-не вәкиллек итә. Сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетта эшләй. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.

2013–2015 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе. 2011–2015 йылдарҙа — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Йәмәғәт советы рәйесе. 2004–2011 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе. 2004–2008 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы татарҙарының федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйестәшe.

Идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге

1992 йылдан — приватизацияға һәм сит ил инвестицияларына булышлыҡ итеүсе халыҡ-ара «Интерприватизация» фондының төбәк бүлексәһе генераль директоры (Өфө ҡалаһы).

1995 йылдан — «ТНК–Юниверс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (һуңынан — ЯСЙ) генераль директоры. 1999–2011 йылдарҙа — «ТНК–Юниверс» ЯСЙ генераль директоры.

2011 йылдан — Белорет ҡалаһындағы «Белсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.


2011 — «Белсталь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (Белорет).[1][2]


2012 — РФ Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы ағзаһы, «Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаһының вәкиле[3][4]

2012 — «Башҡортостан татарҙары» ижтимағи берләшмәләренең төбәк союзы рәйесе[5][6]

2013—2015 — Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт Палатаһы Рәйесе.[7][8][8][9][10][11][12][13][14][15][16]

2013—2015 — РФ Эске эштәр министрлығы ҡарамағында Башҡортостан Республикаһы буйынса йәмәғәт советы рәйесе.

2015 — РБ Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, («Берҙәм Рәсәй» кандидаты, 13 сентябрҙә уҙасаҡ өҫтәмә һайлауҙарҙа Туймазы бер мандатлы һайлау округы буйынса һайлана[17][18], сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты составына инә[19]).[20][21][22][23][24][25][26][27]

Рейтингтары

  • 2015 — Ҡоролтайҙың барлыҡ депутаттарынын да күберәк аҡса эшләй (декларацияға ярашлы — 36,9 миллион һум)[28].
  • 2016 йылдың апреле —Башҡортостан Республикаһының 50 иң абруйлы сәйәсмәндәре рейтингында 46-сы урын.[29][30][31]
  • 2016 йылдың июне — сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы мәғлүмәттәре буйынса (АПЭК) Башҡортостан Республикаһының иң абруйлы сәйәсмәндәре рейтингында 28-се урынды биләй[32][33]
  • 2017 — 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының иң абруйлы сәйәсмәндәре рейтингында 40-сы урынды биләй[34].

Бүләктәре

  • 1985 — «Комсомолда әүҙем эше өсөн» билдәһе.
  • 1986 — «Студент отрядтарында әүҙем эше өсөн» билдәһе.
  • 1986 — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы.
  • 1988 — ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет билдәһе.
  • 1988 — «Почёт билдәһе» ордены.
  • 1988 — Афғанстан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены
  • 1988 — Афғанстан Республикаһының «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • 2016 — Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены[24]

Иҫкәрмәләр

  1. В Башкирии на «Белстали» сменился акционер и погасил все долги по зарплате
  2. В Башкирии изобрели новый способ взыскания долгов по зарплате 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  3. Кому закон, а кому дышло
  4. Общественный совет при МВД по Башкирии возглавил Айрат Халиков 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Согласие наций продемонстрировали лидеры диаспор в заочном диалоге с Владимиром Путиным
  6. Более пяти тысяч человек поддержали Путина на митинге в Уфе 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  7. Без розовых очков
  8. 1 2 «Кроношпан»: быть или не быть?
  9. Опилки в копилку собирают в Егорьевске
  10. Игры «патриотов»
  11. Общественные неслышания
  12. Малоземье
  13. В Уфе прошел Президентский бал-2013 // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф
  14. Общественники Башкирии представили доклад о состоянии гражданского общества республики // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф
  15. ШРП5: инвестиции и перспективы 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  16. Уфа уступает по качеству жизни своим соседям – Казани, Екатеринбургу, Челябинску 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  17. Новая осень для трёх депутатов
  18. Свои люди
  19. Состоялось 22-е заседание республиканского парламента 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  20. Константин ТОЛКАЧЁВ: Законотворчество и политика не должны пересекаться
  21. Статьи (Республика Башкортостан)
  22. https://rbtoday.ru/licom-k-licu/rustem-ahmadinurov-komanda-vyhodcev-iz-bashkirii-delaet-krasnogorsk-stolicej-podmoskovja/ 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  23. Министр здравоохранения Республики Башкортостан Анвар Бакиров выступил с отчетом о деятельности министерства за 2016 год и первое 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  24. 1 2 Парламентарии Башкортостана удостоены высоких государственных наград 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  25. В Башкирии хотят восстановить меры господдержки многодетных семей, существовавшие в 90-е годы // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф
  26. Ученые Башкирии разработали технологию воспроизводства плодородия почв 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  27. https://www.ufa.kp.ru/daily/26515.7/3534473/
  28. Депутаты Башкирии отчитались о доходах за прошлый год
  29. Рустэм Хамитов продолжает возглавлять рейтинг влиятельных политиков Башкирии 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  30. На рейтинг политиков Башкирии влияют будущие выборы
  31. Рейтинг 50 наиболее влиятельных политиков Республики Башкортостан в апреле 2016 года
  32. Среди влиятельных политиков в Башкирии в лидерах единороссы
  33. ТОП-50 самых влиятельных политиков Башкирии в июне 2016 года 2019 йылдың 11 декабрь көнөндә архивланған.
  34. Парламентский портал :: РЕЙТИНГ 50 НАИБОЛЕЕ ВЛИЯТЕЛЬНЫХ ПОЛИТИКОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПО ИТОГАМ 2016 ГОДА(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт

  • Энциклопедия Уфимского государственного нефтяного технического университета. — Башкирская энциклопедия, 2018.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә