Голов Олег Евгеньевич
Голов Олег Евгеньевич (1972 йылдың 11 авгусы, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — педагог-ғалим. Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, 2023 йылдың 5 октябренән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.
Биографияһы
Олег Евгеньевич Голов 1972 йылдың 11 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
1997 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы) «хеҙмәт, ҡулланма иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге» һөнәре буйынса тамамлай.
1997—2000 йылдарҙа Мәскәү дәүләт педагогия университетында көндөҙгө бүлектә аспирантурала (рус.)баш. уҡый, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Педагогия фәндәре кандидаты[1].
1997 йылдан — Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының производство нигеҙҙәре кафедраһы ассистенты, 2000—2002 йылдарҙа — иҡтисад кафедраһының өлкән уҡытыусыһы[2].
2002—2003 йылдарҙа — «Каустик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади анализ (рус.)баш. бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.
2005 йылдың ғинуарынан июлгә тиклем «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади анализ һәм бюджетлау бүлеге начальнигы.
2005—2010 йылдарҙа «Смайл» фирмаһының финанс директоры (Ҡазан).
2010—2013 йылдарҙа Салауат катализатор заводының финанс директоры, һуңынан дүрт ай Стәрлетамаҡ икмәк комбинатында эшләп ала.
2013—2016 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы директоры, артабан 2019 йылға тиклем — генераль директоры. 2019 йылдың майынан июлгәсә — Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе ярҙамсыһы, һуңынан сентябргә тиклем Благовещен районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары. Артабан 2023 йылғаса Благовещен районы хакимиәте башлығы була. «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһен етәкләй[1].
2023 йылдың 10 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
Сенатор
2023 йылдан — Рәсәй Федерацияһы сенаторы, Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органы вәкиле. 2023 йылдың 5 октябрендә БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары (рус.)баш. Олег Головҡа Рәсәй Федерацияһы сенаторы вәкәләтен бирҙе. Ул — Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидаралыҡ һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитет ағзаһы[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Голов Олег Евгеньевич
- ↑ Голов Олег Евгеньевич
- ↑ Член Комитета Совета Федерации по федеративному устройству, региональной политике, местному самоуправлению и делам Севера. Голов Олег Евгеньевич. Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 сентябрь 2025.
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Республики Башкортостан
Һылтанмалар
- Олег Голов. Сенатор Российской Федерации. Официальный сайт Олега Голова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)
- Голов, Олег Евгеньевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 сентябрь 2025)