Толкачёв Константин Борисович
Константин Борисович Толкачёв | |||||||
с 1999 йылдан | |||||||
Алда эшләүсе | Михаил Алексеевич Зайцев | ||||||
Тыуған: | 1 март 1953 (71 йәш) СССР, Кемерово өлкәһе, Сталинск ҡалаһы | ||||||
Партия: | «Берҙәм Рәсәй» | ||||||
Белеме: | СССР Эске эштәр министрлығы академияһы | ||||||
Ғилми дәрәжәһе: | Юридик фәндәр докторы | ||||||
Профессияһы: | юрист | ||||||
Наградалары: |
| ||||||
Толкачёв Константин Борисович (1 март 1953 йыл) — дәүләт эшмәкәре, юрист-хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000). Эске эштәр хеҙмәтенең отставкалағы генерал-майоры (1998)[1]. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты һәм Рәйесе (2-7-се саҡырылыш)[2][3].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Константин Борисович Толкачёв 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Сталинск[1] (хәҙерге Новокузнецк) ҡалаһында тыуа.
Хеҙмәт юлын 1970 йылда Кузнецк металлургия комбинатында торба йәбештереүсе ярҙамсыһы булып башлай. 1971—1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1977 йылда СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбен, һуңынан ошо уҡ министрлыҡтың Академияһын тамамлай (1984).
1977—1996 йылда СССР һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлыҡтары системаһында етәксе вазифалар биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институты начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифала 2003 йылға тиклем эшләй[1].
1999—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында конституция закондарын сығарыу комитеты ағзаһы. Европаның урындағы һәм төбәк властары конгресы Төбәктәр палатаһында Рәсәй Федерацияһы вәкиле урынбаҫары. Рәсәй Федерациһы Закондар сығарыусылар советының ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы була[1].
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғилми эшмәкәрлеге һәм тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡ, конституцион хоҡуҡ һәм кеше хоҡуҡтарының дөйөм теорияһы проблемаларына бәйле[1]. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Рәсәй Федерацияһы Юридик фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси фирҡәһе ағзаһы.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тормош иптәше менән бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә[2].
Ҡыҙыҡһыныуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Константин Толкачёв балыҡ тотоу һәм йылғаларҙан кәмәлә ағып төшөү менән мауыға[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дуҫлыҡ (2013)
- Почёт (2003)
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003)
- «Салауат Юлаев ордены» (2008)
- 1-се дәрәжә Бөйөк Петр ордены
- Андропов ордены
- Рәсәй Федерацияһының атғаҙанған юрисы (2008)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997)
- Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2000).
- Александр Невский ордены (2019)[5]
- Рәсәй Президентының Почёт грамотаһы (2022)[6].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте(2015)[7]
- 30 миҙал һәм күкрәк билдәһе, исемле ҡорал, башҡа ведомство наградалары[3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Толкачёв Константин Борисович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2024)|103583|автор=}}
- ↑ 2,0 2,1 Толкачев Константин Борисович
- ↑ 3,0 3,1 Толкачев Константин Борисович
- ↑ Председатель Госсобрания — Курултая РБ Константин Толкачев. Досье
- ↑ Путин подписал указ о награждении Константина Толкачева орденом Александра Невского. ИА «Башинформ», 14 июня 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2024)
- ↑ Председателя Госсобрания Башкирии наградили Почетной грамотой Президента России. ИА Башинформ, 14 сентября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2024)
- ↑ Пресс-служба Главы Республики Башкортостан. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан . Официальный сайт Главы Республики Башкортостан. 2017 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2024)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Толкачёв Константин Борисович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2024)
- Председателем Госсобрания Башкирии вновь избран Константин Толкачев
- Толкачев Константин Борисович
- Председатель Госсобрания — Курултая РБ Константин Толкачев. Досье
- РУВИКИ: Алфавит буйынса тикшерелгән мәҡәлә
- 1 мартта тыуғандар
- 1953 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Кемерово өлкәһендә тыуғандар
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- Почёт ордены кавалерҙары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйестәре
- Юридик фәндәр докторҙары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- 2-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 5-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 6-сы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары (2000 йылдан)
- Рәсәйҙең Федерация Советы ағзалары (1996—2000)