Ғирфанов Вәкил Кәли улы

Ғирфанов Вәкил Кәли улы (25 ғинуар 1909 йыл — 10 май 1980 йыл) — ғалим-агробиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1975—1979 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967). РСФСР-ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949), Халыҡтар дуҫлығы (1979), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Вәкил Кәли улы Ғирфанов 1909 йылдың 25 ғинуарында Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Таймый ауылында тыуған.

1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.

1933—1935 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик яңыртыу ғилми-тикшеренеү институтында, 1935—1938 йылдарҙа Башҡортостан игенселек һәм малсылыҡ ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1938—1942 йылдарҙа Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре була.

1942 йылда Вәкил Ғирфанов үҙе теләп Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм хәрби юлын миномет расчеты составында Сталинград янындағы алыштарҙа башлай. Дүрт тапҡыр яраланып, гвардия лейтенанты Еңеү көнөн Көнсығыш Пруссияла ҡаршылай[1].

Тыныс хеҙмәткә 1946 йылда ҡайта һәм 1952 йылға тиклем Башҡортостан ғилми-тикшеренеү баҫыусылыҡ станцияһының агротехника бүлеге мөдире була.

1952 йылдан СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Биология институтында: башта ғилми хеҙмәткәр, 1955 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1961—1980 йылдарҙа Институт директоры.

Вәкил Ғирфанов 1980 йылдың 10 майында вафат була һәм Өфө ҡалаһында ерләнә.

Ғилми эшмәкәрлеге

Профессор В. К. Ғирфановтың ғилми эшмәкәрлеге ауыл хужалығы культураларының һыу режимын һәм туҡланыуын, иген культураларының һәм шәкәр сөгөлдөрөнең биохимик составын һәм физиологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Ул республиканың барлыҡ ауыл хужалығы зоналарында ла минераль ашламалар индереүҙең локаль ысыулының файҙаһын фәнни яҡтан нигеҙләгән.

Ғалим биоэкология, агрофизиология, бойҙай һәм башҡа бөртөклөләрҙең агротехникаһына арналған 190-ға яҡын ғилми хеҙмәт авторы.

Фәнни хеҙмәттәре

  • Яровая пшеница в Башкирии. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965[2].
  • Засуха и урожайность яровой пшеницы в Башкирии. Свердловск, 1967.
  • Микроэлементы в почвах Башкирии. М.: Наука, 1975 (соавт.)[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡорт АССР-ының Юғары Совет Рәйесе (1975—1979)
  • 7-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты[4]
  • Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты
  • Өфө ҡала Советы депутаты
  • КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты ағзаһы
  • КПСС-тың Өфө ҡала комитеты ағзаһы
  • КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы
  • КПСС-тың XXIV съезы делегаты (1971)
  • РСФСР «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторы һәм Башҡортостан республика ойошмаһы идараһының президиум ағзаһы (30.03.1970—28.03.1975)[5]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • 2004 йылда Биология институты бинаһына В. К. Ғирфанов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыла[1].
  • Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһы 1998 йылда биология өлкәһендә В. К. Ғирфанов исемендәге премия булдырған.[6].

Әҙәбиәт

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
  • Ученый, парламентарий, руководитель (К 105-летию со дня рождения Вакиля Гирфанова). ИА «Башинформ», 2014, 25 января[7].
  • Азнагулов В. Парламентарий, учёный, руководитель. К 100-летию выдающегося биолога Вакиля Гирфанова. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 24 ғинуар[8].
  • Сайт «Архивы Российской академии наук» НА УНЦ РАН.Фонд 61. Гирфанов Вакиль Калеевич[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Альп САГАДЕЕВ. С пулей в сердце. Информационно-публицистический еженедельник «Истоки», 2010, 10 март(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  2. Электронная библиотека. Гирфанов, Вакиль Калеевич — Яровая пшеница в Башкирии. Текст (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  3. Микроэлементы в почвах Башкирии и эффективность микроудобрений. «Google Play» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  4. Список депутатов Верховного Совета СССР 7 созыва. Гирфанов Вакиль Калеевич 2018 йылдың 18 ноябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  5. Официальный сайт Общества «Знание» Республики Башкортостан. Лекторы и актив Общества «Знание» Республики Башкортостан. Гирфанов Вакиль Калеевич 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  6. 1951-2001 Институту биологии — 50 лет СВЕДЕНИЯ О ВЕДУЩИХ УЧЕНЫХ, РАБОТАВШИХ в ИНСТИТУТЕ 2017 йылдың 26 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  7. ИА «Башинформ», 2014, 25 января (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  8. «Республика Башкортостан» гәзите, 2009, 24 ғинуар 2017 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)
  9. Сайт «Архивы Российской академии наук» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2016)

Тема буйынса өҫтәмә