Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы
Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы (3 ғинуар 1952 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-табип-акушер-гинеколог, йәмәғәтсе. 1975 йылдан Өфөнөң 1-се бала табыу йорто, 1978—1988 йылдарҙа 4-се бала табыу йортоноң табип-акушер-гинекологы, 1988—2008 йылдарҙа — баш табип урынбаҫары; 2013 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Рәсәйҙең 8-се саҡырылыш Дәүләт думаһы, Башҡортостан Республикаһының 4-6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.[1].
Биографияһы
Римма Әмир ҡыҙы Үтәшева 1952 йылдың 3 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сабай ауылынан тыуған[2].
1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1975 йылдың башында Өфө ҡалаһының 1-се бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог булып башлай, һуңынан ҡаланың 17-се клиник дауаханаһында эшләй.
1976-1978 йылдарҙа — Өфөнөң № 1 бала табыу йортонда табип-акушер-гинеколог.
1978- 1988 йылдарҙа — табип-акушер-гинеколог, бүлек мөдире була,
1988-2008 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 4-се. клиник бала табыу йорто баш табибы урынбаҫары.
2013 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы доценты.
«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе.
19-сы, 20-се саҡырылыш Өфө ҡала советы депутаты, 1-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты итеп һайлана.
2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
2021 йылдың 19 сентябрендә VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Халыҡтар дуҫлығы ордены ();
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы ();
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Почёт билдәһе () ;
- Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы ();
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы ()
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Утяшева Римма Амировна.
- ↑ Утяшева Римма Амировна (03.01.1952). 2021 йылдың 24 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Список избранных депутатов Государственной Думы РФ восьмого созыва.