Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы
Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова (рус. Эльвира Ринатовна Аиткулова; 1973 йылдың 19 авгусы, Яңы Байрамғол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — филолог-ғалим, журналист, йәмәғәтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. 2021 йылдан Рәсәй Федерацияһының 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы[1]. Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары[2]. 2019 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән. Дуҫлыҡ (2025) һәм Салауат Юлаев (2024) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында 1973 йылдың 19 авгусында күп балалы ғаиләлә тәүге бала була. Әсәһе — уҡытыусы, атаһы — токарь, район гәзитенең эшсе хәбәрсеһе.
1992 йылда Белорет педагогия училищеһын, унан һуң, 1998 йылда, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 1995 йылда БДУ-ла уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ «Ленинец» гәзитендә эшләй башлай.
1997—2004 йылдарҙа «Даирә» ижад берекмәһенең хәбәрсеһе, комментаторы, етәксеһе. «Башҡортостан» ДТРК һәм «Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының «ВГТРК Корпункты» сәйәси күҙәтеүсеһе. Телевидениела эшләгән осорогда «Парламентский вестник», «Неслучайные люди», «Телецентр», «Разговор с властью», «Человек науки» һәм башҡа тапшырыуҙар әҙерләй.
2004—2010 йылдарҙа — «Спутник FМ» (Башҡортостан) республика мәғлүмәт-музыка радиоканалының баш мөхәррире.
2010—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телестудияһының баш мөхәррире. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының «Рус теле һәм сағыштырма филология» кафедраһында уҡыта, ассистент була.
2013 йылда Башҡортостан Республикаһының V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана (2013—2018), Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе була.
2017 йылда ЮДУ-ла филология фәндәре кандидаты исеменә диссертация яҡлай[1] .
2018 йылда республика парламентының 6-сы саҡырылыш депутаты булып үтә. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы. Парламент рәйесе урынбаҫары итеп һайлана (2018—2021)[3].
2021 йылда Рәсәй Федерацияһының VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 5-се бер мандатлы Белорет һайлау округынан, һайлаусыларҙың 59,23 % тауышын йыйып, депутат булып үтә[4].
Башҡорт һәм рус телдәрендә иркен һөйләшә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• 2019 йылдың 28 июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе итеп һайлана[5], 2024 йылдың 13 декабрендә үткән VI съезда ошо уҡ вазифаға яңы срокка һайлана[6].
• 2013 йылда Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Республикаһының V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы.
• Дөйөм Рәсәй «Рәсәй өсөн» Халыҡ фронты йәмәғәт хәрәкәтенең Үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы төбәк штабы рәйестәше.
• «Кесе Тыуған ил мәҙәниәте» проекты координаторы
• Д. А. Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
Тормош иптәше — Илгиз Азат улы Айытҡолов, «Вся Уфа» телеканалының директор урынбаҫары. Ҡыҙҙары Диана менән Әмилә; ейәнсәрҙәре — София. Олоһо табип-педиатр һәм балалар хирургы булып эшләй, бәләкәй сағынан уҡ «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы тапшырыуҙарында ҡатнаша, «Мисс БДМУ 2016» конкурсы еңеүсеһе. Бәләкәйҙәре — мәктәп уҡыусыһы, өҫтәмә рәүештә сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Аиткулова, Эльвира Ринатовна, ТАСС. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Аиткулова Эльвира Ринатовна (19.08.1973). deputat.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2021. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
- ↑ Госсобрание -Курултай РБ. Организация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 апрель 2020. Архивировано 3 апрель 2020 года.
- ↑ В Башкирии единороссы проиграли лишь в одном из шести одномандатных округов. ufa.mk.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2021. Архивировано 29 сентябрь 2021 года.
- ↑ Председателем президиума Всемирного курултая башкир стала Эльвира Аиткулова. www.bashinform.ru (28 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2021. Архивировано 25 сентябрь 2021 года.
- ↑ В Уфе избрали руководителей Всемирного курултая башкир (рус.). 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Депутат Госдумы Эльвира Аиткулова удостоена ордена Дружбы. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Глава Башкирии вручил госнаграды делегатам VI Всемирного курултая башкир. 25 сентябрь 2025 тикшерелгән.
Һылтанмалар
• Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы
• Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы 2018 йылдың 9 ғинуар көнөндә архивланған.
• Депутат Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова 2019 йылдың 21 июнь көнөндә архивланған.