Мирсаев Рәмил Нурый улы

Мирсаев Рәмил Нурый улы (21 июнь 1950 йыл) — дәүләт хеҙмәте ветераны.

Биографияһы

Рәмил Нурый улы Мирсаев 1950 йылдың 21 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Абдулла ауылында тыуған.

1967-1972 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыған, шулай уҡ Өфө нефть институтын тамамлаған.

1972-1978 йылдарҙа Дүртөйлө районында инженер-механик, баш инженер, К. Маркс исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләгән.

1978-1983 йылдарҙа БАССР Ауыл хужалығы министрлығы Эштәр идаралығының ауыл хужалығы бүлегендә өлкән референт.

1984-1986 йылдарҙа капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы - Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры урынбаҫары.

1986-1988 йылдарҙа - бүлек мөдире, БАССР Дәүләт агросәнәғәт рәйесе урынбаҫары.

1988-1989 – Совет рәйесе, "Башкирагропромстрой" ойошмаһының етәксеһе – Башҡорт АССР-ының Дәүләт агросәнәғәт рәйесе урынбаҫары.

1989-1991 йылдарҙа – "Башкирагропромстрой" берләшмәһе начальнигы - "Башагропромсоюз"рәйесе урынбаҫары .

1991-1996 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты.

1996-2000 йылдарҙа – РФ Дәүләт таможня комитетының Башҡортостан таможня идаралығы начальнигы.

2000 йылдан – Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министры.

Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Дәүләкән ҡалаһы һәм Дәүләкән районы буйынса 14-се Дәүләкән һайлау округынан Вәкилдәр Палатаһы депутаты.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Мирсаев Рамиль Нурыевич [1]

Һылтанмалар

  • Мирсаев Рамиль Нурыевич [2]

Тема буйынса өҫтәмә