Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы

Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (4 сентябрь 1950 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, агроном, иҡтисадсы, ғалим, иҡтисад фәндәре докторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыуҙы үҫтереүҙәге өлөшө» Почёт билдәһе менән бүләкләнгән. Дыуан районының почётлы гражданы (2015)[1].

Биографияһы

Франис Әсҡәрйән улы Сәйфуллин 1950 йылдың 4 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Дыуан районы Ҡәҙер ауылында тыуған, башҡорт, юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия бүлеген тамамлаған. Иҡтисад фәндәре докторы.

Хеҙмәт юлын 1967 йылда Дыуан районының Киров исемендәге колхозында колхозсы булып башлай.

1968—1970 — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1970—1975 — механизатор.

1975—1981 — Дыуан районы Киров исемендәге колхозының агрономы.

1981—1982 — Дыуан районы Рухтин ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе.

1982—1987 — Дыуан районы «Урал» колхозы рәйесе.

1987—1990 — КПСС-тың Дыуан район комитетының икенсе секретары.

1990—1993 — Дыуан район советы башҡарма комитеты рәйесе, Дыуан район хакимиәте башлығы.

1993—1995 — ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары.

1995—2000 — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры.

Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

2000—2007 йылдар — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.

2008 йылда Башҡортостан Республикаһы 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, ауыл хужалығы, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу мәсьәләләре буйынса Комитет рәйесе.

2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Урынбаҫары

Бөтөн Рәсәй сәйәси «Берҙәм Рәсәй» партияһының фракция ағзаһы.

Өйләнгән, дүрт ҡыҙ атаһы.

Наградалары һәм дәрәжәһе

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы.
• Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының Почёт грамотаһы.
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙның «Башҡортостан Республикаһында закондар сығарыуҙы үҫтереүҙәге өлөшө» Почёт билдәһе.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә