Сухарев Иван Константинович
Дәүләт | |
---|---|
Гражданлығы | |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
Рәсми сайт | ivansukharev.ru |
Биләгән вазифаһы |
|
4 декабрь 2011 — 5 октябрь 2016 | |
Заты | ир-ат |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
![]() | |
Тыуған көнө | 10 июнь 1978 (46 йәш) |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d] и Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d] |
Уҡыу йорто | |
Әүҙемлек урыны | Мәскәү ҡалаһы |
Тыуған урыны | |
![]() |
Ива́н Константи́нович Су́харев (10 июнь 1978 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 6-8-се саҡырылыш Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты[2][3][4], Православие динендәгеләрҙең парламент-ара ассамблеяһы ағзаһы (МАП)[5], МАП-тың Евразия Иҡтисади Берләшмәһенең парламент-ара ассамблеяһы менән хеҙмәттәшлек буйынса (ЕВРАЗЭС) Комитет рәйесе[2][3]. Башҡортостан Республикаһының өҫтәл теннисы федерацияһы президенты[6]. Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар Бөтә Рәсәй конкурсы ойоштороу комитетының рәйестәше[7]. Запастағы капитан.
Биографияһы
Иван Сухарев 1978 йылдың 10 июнендә Өфө ҡалаһында тыуа[3]. 1995 йылда баш ҡаланың 62-се урта мәктәбен тамамлай. 1998 йылда ЛДПР сафына баҫа[8][9].
2000 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, юрист һөнәрен алып сыға. 1999—2001 йылдарҙа «21-се трест» төҙөлөш предприятиеһында юрист булып эшләй.
2001 йылда иван Сухарев Владимир Жириновскийҙың Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеүе етәксеһе вазифаһында эшләй башлай[8], ике йылдан һуң партияның район бүлексәһе координаторы була[8][10],
2005 йылда «Һалым консультацияһы», «Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген хоҡуҡи көйләү» буйынса белемен камиллаштыра.
2001—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар коллегияһы адвокаты була.
2006—2011 йылдарҙа — Адвокаттарҙың Финанс-иҡтисади коллегияһы рәйесе.
2011 йылда ЛДПР-ҙың Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһен етәкләй[8][11][12][13].
2012 йылдың июлендә Сухарев танылмаған Таулы Карабах Республикаһы президентын һайлауҙарҙа күҙәтеүсе булып ҡатнаша[14][15]. Шул арҡала уға Әзербайжан территорияһына инеү тыйыла[16].
2013 йылда Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Рәсәй ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында «Дәүләт һәм муниципаль идара итеү» специальносы буйынса менеджер һөнәренә эйә була.
2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙарҙа ҡатнаша[17][18].
Шул уҡ йылда «Историческое примирение» мәҙәни мираҫты һаҡлау төбәк йәмәғәт фондын булдырыу инициаторы һәм уның ойоштороусыларының береһе була[19]
2014 йылдың майында Украина территорияһында Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын ойоштороу буйынса референдумдарҙы яҡлай[20].
2014 йылда үткән Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙарҙа ЛДПР партияһынан кандидат була[21][22][23]. Уның һайлау алды кампанияһының төп тезисы — төбәктә сәнәғәт машиналарын эшләүҙе үҫтереү була. "Әгәр һайлауҙарҙа еңеү яулаһам, тәү сиратта социаль өлкәгә: һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, пенсияларға, эш хаҡтарына, тарифтарға һ.б. иғтибар йүнәлтергә теләр инем. Иҡтисадта — иҡтисад үҫешенең төп йүнәлеше булараҡ, эшләп килгән сәнәғәт предприятиелары базаһында юғары технологиялы производстволар асып, үҫешкән илдәрҙең алдынғы тәжрибәһен ҡулланып сәнәғәт машиналары эшләүгә. Тап сәнәғәт республиканы лидерҙар рәтенә сығарасаҡ һәм артынан башҡа тармаҡтарҙы тартасаҡ локомотив була ала. Ентеклерәк итеп минең һайлау алды программада әйтелгән. Үҙемдең беренсе аҙымдарым итеп коррупцияға ҡаршы көрәште, шулай уҡ Башҡортостан территорияһында рейдерҙарға ҡаршы көрәште билдәләр инем, сөнки улар төбәк иҡтисадын һиҙелерлек ҡаҡшата, Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең инвестиция климатына кире йоғонто яһай, дәүләт именлегенә хәүеф менән янай, "- ти ул[24]. Һөҙөмтәлә Иван Сухарев 3-сө була[25][26].
2015 йылда РФ территорияһында сит ил валютаһының әйләнешен тыйыу инициативаһы менән сығыш яһай[27].
2011 йылдан алып Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһына ЛДПР партияһынан федераль исемлек составында һайлана[3]. Быға тиклем ЛДПР-ҙың Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе була[28][29][30][31][32]. 2016—2021 йылдарҙа парламенттың Гражданлыҡ йәмғиәте, йәмәғәт берекмәләре һәм дини ойошмаларҙы үҫтереү буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары була. 2021 йылдан — Милек, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
2019 йылда ЛДПР-ҙан Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарҙа кандидатураһын ҡуя. 2024 йылдың 6-8-се сентябрендә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙарға бишенсе кандидат булып теркәлә.
Инициативалары
2019 йылдың 20 июнендә, Грузияла, Тбилисиҙа дәүләт түңкәрелеше ынтылышы булғанда Рәсәй делегацияһы составында МАП-тың Генераль ассамблеяһында ҡатнаша. Провокацияларға ҡаршы әүҙем сығыш яһай, әммә агрессияға осрағас, дошмандарса мөнәсәбәттә булған грузин сәйәсмәндәренә ҡарата иҡтисади санкциялар индереү, шул иҫәптән шарапҡа индереүҙе тыйыу һәм аҡса-валюта операцияларын сикләү инициативаһы менән сығыш яһай.
Иван Сухарев Рәсәйҙә өс-дүрт алдынғы партия системаһы яҡлы[33], был «Рәсәйҙе демократик баш төҙәтеүҙән һөйрәп сығарасаҡ», ти[33].
Сухарев фекеренсә, Башҡортостанда рус телле балалар тарафынан мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу темаһын күтәреү «милләт-ара дошманлыҡ тыуҙырыу тип баһала»[34].
2016 йылда Рәсәйҙә 10 миең һумлыҡ купюра сығарырға тәҡдим итә һәм РФ Үҙәк банкыһы башлығы Эльвира Нәбиуллина исеменә мөрәжәғәт ебәрә. Уның фекеренсә, был эре әйбер, мәҫәлән, машина һатып алғанда түләүҙе еңелләштерәсәк һәм хәүефте кәметәсәк. Банкнотала ул 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарын — "төньяҡ амурҙары"н төшөрөргә тәҡдим итә. Бының ул француздарҙы еңеүҙең 205 йыллығы уңайынан йәмәғәтселеккә батырҙарҙың ҡаһарманлығын иҫкә төшөрөүҙең яҡшы ысулы буласағын белдерә[35].
Иван Сухарев, Владимир Сысоев һәм Антон Ищенко эш аҙнаһың 35 сәғәткә тиклем ҡыҫҡартырға тәҡдим итә[36].
Шулай уҡ Сухарев Рәсәй граждандары өсөн Кремлгә инеү хаҡын 70 процентҡа кәметергә тәҡдим итә, сөнки Мәскәү Кремле — Тыуған ил символы, тимәк, һәр рәсәйленең унда инеү, экспозициялар менән танышыу, мәҙәни-тарихи мираҫ менән танышыу мөмкинлеге булырға тейеш, ти ул[37]. Минпромторгҡа алкоголь продукцияһын ҡулланыусыларҙың күҙ алдынан алып ҡуйыу тәҡдиме мөрәжәт итә[38].
Антон Ищенко менән берлектә Сухарев Рәсәйҙең Бюджет кодексында финанс йылының башланыу һәм тамамланыу датаһын үҙгәртергә тәҡдим итә. Провет авторҙары фекеренсә, финанс йылы 1 ғинуарҙа башланып, 31 декабрҙә түгел, ә 1 октябрҙә башланып, 31 сентябрҙә тамамланырыға тейеш. Ошо осраҡта дәүләт заказсыларына аҡсалар беренсе кварталда тапшырылып, улар шунда уҡ эш башлай аласаҡ, был, үҙ сиратында, контракт буйынса барлыҡ конкурс процедураларын тамамлап, бюджет ассигнованиеларын беренсе кварталда уҡ таратыу мөмкинлеген бирә. Ул саҡта подрядсылар 2-3-сө кварталда эш башлаясаҡ, тиелә аңлатмала[39].
Сухарев күп тапҡырҙар бюджет аҡсаларын урлау проблемаһы тураһында белдерә һәм партиялаштары менән берлектә закон проекты әҙерләй. Быға бюджет аҡсаларын урлаған өсөн енәйәт ҡануниәтендә яуаплылыҡтың булмауы этәрә[40].
Иван Сухарев Бөтә Русь Патриархы Кириллға Kingstone нәшриәте сығарған Тәүрат буйынса донъялағы беренсе комиксҡа баһа биреүен һорап мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, ул баҫманы анализлауға Роскомназдорҙы йәлеп итә. Үҙенең был ғәмәлен ул, Тәүрат тематикаһына комикстың «ябай күңелле китап ҡына түгел, ә изге яҙмаларҙың һәм ҡанундарҙың изге булыуын бөтөрөү буйынса ҡеәүтле компания» булыуы менән аңлата[41].
Сухарев пенсия проблемаларына ла ҙур иғтибар бирә. Ул ауыл ерендә 20 йылдан да кәм эшләмәгән кешеләргә пенсия йәшен кәметеү идеяһы менән сығыш яһай[42].
Төркиәлә Рәсәй илсеһе һәләк булғандан һуң, Сухарев Рәсәй дипломаттарының хәүефһеҙлеген махсус тәғәйенләнештәге көстәрҙең тәьмин итеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итә. Вариант булараҡ, был эште Чечня спецназы башҡара ала[43]. 2017 йылда алкоголь продукцияһына ташламалар бирмәү[44], Мәскәү урамдарының береһенә БМО ҡарамағындағы РФ вәкиле Виталий Чуркин исемен биреү[45], Е171 ҡушылмаһы булған тауарҙарға уның ихтимал булған зыяны тураһында иҫкәртеү яҙыу инициативалары менән сығыш яһай[46]. Иван Сухарев шулай уҡ мәктәп уҡыусыларының сәләмәтлеге тураһында ла хәстәрлек күрә: ул Рәсәй мәктәптәрендә гигиена буйынса курстар индерергә тәҡдим итә. Шулай ул уҡыусыларҙың ауырыу процентын кәметергә мөмкин булыуына инана[47]. Шундай уҡ тәҡдимен 2020 йылда ҡабат күтәреп сыға, был юлы курстарҙы дәүләт предприятиеларында индерергә, шәхси предприятиеларға үткәрергә тәҡдим итә.
2016 йылда бер төркөм депутаттар менән берлектә «Рәсәй Федерацияһында ҡортсолоҡ тураһында» закон проектын ҡарауға индерә, унда ҡортсолоҡ хужалыҡтарының барлыҡ төрҙәренең ихтыяжы иҫәпкә алына, ул федераль нормативтарға тура килә. 2017 йылда Иван Сухарев илдең ҡайһы бер төбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, бал ҡорттарының күпләү үлеүенә бәйле хәл-торошто контролгә алыуҙы һорап Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә.
Микрофинанс эшмәкәрлеген көйләү, атап әйткәндә бер тапҡыр бирелә торған микрозаймдың максималь суммаһын, кредит буйынса максималь процент ставкаһыны сикләү һ.б. буйынса закон проекты авторҙашы була.
Белем биреү учреждениеларына ҡораллы һөжүм күренештәре йышайған йылдарҙа парламентарий Рәсәй мәктәптәрен металл эҙләү детекторҙары менән йыһазландырыу тәҡдиме менән сығыш яһай. һөҙөмтәһе булмаған дарыуҙарҙы һатыуға сығарыуҙы сикләү, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә антибиотиктарҙы әүҙем таратыуға иғтибар йүнәлтеү, шулай уҡ автомобиль юлдарының ике һыҙатлы өлөштәрендә көндөҙ ремонт эштәрен башҡарыуҙы тыйыу тураһында фекерҙәрен белдерә.
2019 йылда «Ер көнө» аналогы буйынса Бөтә Рәсәй «Смартфонһыҙ көн» булдырырға тәҡдим итә. Шул уҡ йылда Дәүләт Думаһына тлдәге демографик хәл-торошто яҡшыртыуға йүнәлтелгән «Рәсәй Федерацияһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» закон проектын индерә. ЛДПР фракцияһындағы башҡа фирҡәләштәре менән алты ай буйына бурыслы граждандарҙан алимент алыу мөмкин булмағанда, социаль яҡлау органдарына алимент түләтеү вазифаһын бирергә тәҡдим итә.
Депутат 2021 йылды Рәсәй Федерацияһында «Бал ҡорттарын һаҡлау йылы», ә 14 августы — «Умартасылыҡ көнө» тип билдәләргә тәҡдим индерә.
2020 йылда тажзәхмәт сиренә ҡаршы көрәшкә йәлеп ителгән медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам маҡсатында, махсус режим бөткәндән һуң уларға 28 көн түләүле отпуск бирергә тәҡдим итә. Шулай уҡ ошо осорҙа яңы инфекция таралыуы хәүефе арҡаһында эш урынын юғалтып, эшһеҙ статусы алған граждандар өсөн ОСАГО алыуға яртылаш ташлама биреү инициативаһы менән сыға.
Банкылар һәм күп функциялы ойошмалар тарафынан үҙҙәренең кредит продукттарын таратыу өсөн граждандарҙың телефон номерҙарын һәм адрестарын ҡулланыуҙы сикләргә, ошо ҡағиҙәне боҙоусыларға санкциялар ҡулланырға саҡыра.
2020 йылда ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса: 3 йәшкә тиклемге бер һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балалар 3 йәшкә еткәнсе (мәктәпкәсә учреждениеларҙа урын булғансы) бушлай няня беркетеү; 18 йәшкә тиклем өс һәм унан күберәк балаһы булған граждандарға йыл һайын 35 көн түләүле отпуск биреү; 5-се балалары тыуған ғаиләләргә, оло балаға 18 йәш тулыуға ҡармаҫтан, федераль иҫәп иҫәбенә Рәсәйҙә эшләнгән ете урынлыҡ автомобилдәр менән тәьмин итеү; балалары дөйөм белем биреү, урта, урта-махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ситтән тороп уҡырға мәжбүр булған ғаиләләргә Интернет селтәренә тоташыу һәм ҡулланыу хеҙмәте сығымдарының 50 процентына, әммә айына 500 һумдан артыҡ түгел, федераль бюджет иҫәбенән компенсация түләү; дәүләт юғары уҡыу йорттары ҡарамағында ясли-баҡсалар ойоштороу һәм уларҙа юғары белем алған студенттарҙың балаларын бушлай ҡарап тороу тәҡдимдәрен индерә.
Иван Сухарев шулай уҡ дауаханаларҙа, клиникаларҙа, госпиталдәрҙә, медицина үҙәктәрендә ауыр сирле һәм инвалидтарҙы ҡарау өсөн медперсоналды ашығыс саҡырыу төймәһен, шулай уҡ дауахана палаталарында һәм медицина учреждениеларында видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу, медицина справкаларының электрон базаһын, ҡағыҙ документтарҙы QR-кодтар ярҙамында уҡыу системаһын булдырыу инициативаһы менән сыға.
2020 йылдың октябрендә Иван Сухарев тажзәхмәт инфекциялы, өйҙә дауаланған пациенттарға федераль бюджет иҫәбенән бушлай дарыуҙар биреү, шулай уҡ медучреждениеларҙа уҡыусыларҙы тажзәхмәт менән сирлеләргә ярҙам итергә ылыҡтырыу, уларға медицина персоналына түләгән кеүек стимуллаусы түләүҙәр булдырыу тәҡдимен индерә. Был тәҡдимдәр ил Президенты тарафынан хуплана.
Башҡа депутаттар менән берлектә эшләнгән ҡала урмандарында төҙөлөш алып барыуҙы тыйыу тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһына индерелә[48].
2021 йылдың ғинуарында Иван Сухарев юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ штрафты ташлама менән түләү ваҡытын 40 көнгә тиклем оҙайтырға, шулай уҡ беренсе тапҡыр ойошма йәки шәхси эшҡыуарлыҡ теркәгән граждандарҙы дәүләт пошлинаһын түләүҙән азат итергә тәҡдим итә.
Шул уҡ йылдың февралендә уҡыусыларға ОГЭ һәм ЮДИ тапшырыуға әҙерләнеү өсөн берҙәм электрон платформа булдырырға, бушлай репетиторлыҡ индерергә, имтиханға әҙерлекте дәүләт иҫәбенә сертификаттар ингеҙендә башҡарырға тәҡдим итә[49].
Октябрҙә иһә Сухарев пенсионерҙарҙың бер өлөшөн транспорт һалымынан азат итеү инициативаһы менән сығыш яһай[50].
Коммерция эшмәкәрлеге
РФ Дәүләт Думаһына һайланғанға тиклем 2011 йылда Иван Сухарев владел акциями компании ООО «БТИ» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт акцияларына эйә була[51].
КоммерсантЪ гәзите хәбәр итеүенсә, Сухарев Башҡортостандың экотуризмын һәм башҡа туристик йүнәлештәрен үҫтереүгә финанс һалырға әҙер[52].
Халыҡ-ара санкциялар
2022 йылдан Европа Союзының 27 иле, Бөйөк Британия, АҠШ, Канада, Швейцария, Австралия, Япония, Украина, Яңы Зеландия Иван Сухаревҡа ҡарата санкциялар ҡуллана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһы (2014)
• Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе Рәхмәте
• Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы Рәйесенең Почет грамотаһы
• Рәсәй Федерацияһы Физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының Почет грамотаһы
• ЛДПР Рәйесенең Почет грамотаһы
• РФ Адвокаттарҙың федераль палатаһының I дәрәжә миҙалы
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең Рәхмәт хаты (2018).
Шөғөлдәре
Иван сухарев Рәсәй тарихы менән ҡыҙыҡһына, профиль буйынса китаптар уҡырға, кино ҡарарға, балыҡҡа йөрөргә ярата. Спортҡа һәм сәләмәт тормош алып барыуға ҙур иғтибар бүлә: көнсығыш бералышы менән шөғөлләнә, футбол, хоккей уйнай.
Ғаиләһе
Атаһы, Константин Константинович Сухарев, Адвокаттарҙың Башҡортостан округы коллегияһы рәйесе[53]
Әсәһе, Татьяна Ивановна Сухарева, хаҡлы ялға сыҡҡансы «Востоктрубопроводстрой» тресында инженер булып эшләй.
Ҡатыны Светлана — эколог. Ҡыҙы Настя Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһай, республика ярыштарында ҡатнаша[54]. Улы — Михаил.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/347/
- ↑ 1 2 Сухарев Иван Константинович
- ↑ 1 2 3 4 Сухарев Иван Константинович — Официальный сайт ЛДПР, информационное агентство ЛДПР, новости ЛДПР
- ↑ Сухарев Иван Константинович . www.duma.gov.ru. Дата обращения: 2 март 2017.
- ↑ Межпарламентская Ассамблея Православия (М.А.П.) . iacis.ru. Дата обращения: 23 август 2017.
- ↑ Федерация настольного тенниса Республики Башкортостан (ФНТ РБ), официальный сайт . www.fntb.ru. Дата обращения: 23 август 2017.
- ↑ В Госдуме подвели итоги IV Всероссийской конференции «Юные техники и изобретатели» — Официальный сайт ЛДПР, информационное агентство ЛДПР, новости ЛДПР . ldpr.ru. Дата обращения: 23 август 2017.
- ↑ 1 2 3 4 Вся Госдума от Абалакова (КПРФ) до Яровой («ЕР»). Биографический справочник о 449 депутатах парламента от «Коммерсант-Власти»
- ↑ Депутаты Госдумы и право — ПРАВО.RU
- ↑ Ъ-Уфа — В монополию запустили «Яблоко»
- ↑ КПРФ в Новосибирске — Вся Госдума от Абалакова (КПРФ) до Яровой («ЕР»). Биографический справочник о 449 депутатах парламента от «Коммерсант-Власти»
- ↑ 10 кандидатов в депутаты Горсовета сошли с дистанции
- ↑ В Уфе сняты с регистрации 10 кандидатов в депутаты Горсовета — Политика, выборы, власть — Новости — ИА REGNUM
- ↑ Ислам в СНГ: Мировое сообщество не признало «выборы» президента в Нагорно-Карабахской Республике
- ↑ «У армян хватило ума не сжигать в Москве флаг Азербайджана» | Vesti.az | Главные новости Азербайджана | Новости Азербайджана . Дата обращения: 4 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 4 ноябрь 2014 года.
- ↑ Бабкина и Азиза скоро получат в Азербайджане статус уголовно преследуемых — Политика, выборы, власть — Новости — ИА REGNUM
- ↑ Иван Сухарев: «Власти не хватает открытости!»
- ↑ Иван Сухарев: «Власти не хватает открытости!» | Электронная приемная органов власти Республики Башкортостан
- ↑ Региональный фонд сохранения культурного наследия «Историческое примирение» . Дата обращения: 19 февраль 2020. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2018 года.
- ↑ Иван Сухарев о результатах референдумов на Украине: Люди в праве жить так, как они хотят — Новости Yoki.Ru . Дата обращения: 4 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 4 ноябрь 2014 года.
- ↑ Ъ-Уфа — Кандидатов на пост главы Башкирии выдвинули пять партий
- ↑ Ъ-Новости — ЛДПР выдвинула Ивана Сухарева кандидатом на пост главы Башкирии
- ↑ Депутат от ЛДПР Иван Сухарев стал кандидатом в президенты Башкортостана
- ↑ Новости Уфы и Башкирии Proufu.ru ООО «Семь вершин»
- ↑ Единый день голосования: итоги
- ↑ На выборах главы Башкирии лидирует Рустэм Хамитов | Политика | Аргументы и Факты
- ↑ Запретить россиянам все операции с валютой предложили в Думе — Экономика — МК
- ↑ Сухарев Иван Константинович — темная лошадка на выборах — The Moscow Post
- ↑ Ъ-Уфа — ЛДПР в Уфе запретили агитировать «За русских»
- ↑ [journalufa.com/1953-ldpr-v-ufe-zapretili-agitirovat-za-russkih.html ЛДПР в Уфе запретили агитировать «За русских» " Уфимский Журнал]
- ↑ Рахимов vs Хамитов — на помощь идет ЛДПР : Урал Рахимов в поисках козырей. На выборах главы Башкирии закрутилась мощная интрига | FLB.ru — Агентство Федеральных Расследований
- ↑ А вас я попрошу остаться — Уфа — МК Уфа
- ↑ 1 2 На пути к светлому будущему . Дата обращения: 4 ноябрь 2014. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2014 года.
- ↑ [journalufa.com/1942-ufa-i-kazan-den-narodnogo-edinstva.html Уфа и Казань. День народного единства " Уфимский Журнал]
- ↑ Банкноту номиналом 10 тысяч рублей предлагают выпустить в России (рус.), Подмосковье сегодня. 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ В России предложили сократить рабочую неделю до 35 часов (рус.), Телеканал 360. 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Кремль станет доступнее для россиян, Дни ру. 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Депутат ЛДПР предложил скрыть алкоголь на прилавках магазинов . profibeer.ru. Дата обращения: 2 март 2017.
- ↑ Госдума предложила считать финансы России осенью (рус.), Блокнот (3 август 2016). 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Сухарев: хищение бюджетных средств недопустимо (инг.). 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Прогова, Людмила. Патриарха Кирилла попросили дать оценку первому в мире комиксу по Библии (рус.), ФБА «Экономика сегодня». 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Ленская, Татьяна. Госдума готова снизить пенсионный возраст россиянам как минимум на 5 лет (рус.), ФБА «Экономика сегодня». 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Ленская, Татьяна. На защиту послов РФ готов встать чеченский спецназ (рус.), ФБА «Экономика сегодня». 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ В ЛДПР предложили запретить скидки на алкоголь (инг.). 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ ЛДПР предлагает назвать именем Чуркина улицу в Москве (рус.), ТАСС. 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ В ЛДПР попросят производителей сообщать о возможном вреде товара (инг.). 2 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Депутат Госдумы фракции ЛДПР Иван Сухарев предложил ввести в российских школах курсы по гигиене — Официальный сайт ЛДПР ТВ . ldpr.tv. Дата обращения: 2 март 2017.
- ↑ Депутат Госдумы от Башкирии предлагает запретить стройки в городских лесах . ufa.aif.ru (30 сентябрь 2020). Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ Иван Сухарев предложил создать единую платформу для подготовки школьников к сдаче ЕГЭ и ОГЭ . bashkiria.ldpr.ru. Дата обращения: 6 апрель 2021.
- ↑ В России предложили ввести новую льготу для пенсионеров . РИА Новости (20211029T0843). Дата обращения: 29 октябрь 2021.
- ↑ Ъ-Уфа —Тягачи Башкирии
- ↑ Ъ-Уфа — А вы в какие проекты в Башкирии вложились бы?
- ↑ Башкирская окружная коллегия адвокатов .
- ↑ Биография - Сухарев Иван Константинович (рус.), Сухарев Иван Константинович. 2 март 2017 тикшерелгән.