Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы

Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы (рус. Ялалов Ирек Ишмухаметович; 1961 йылдың 27 ғинуары, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — төҙөүсе-инженер, юрист-ғалим, төҙөлөш тармағы, комсомол, партия, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2012—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016), Дуҫлыҡ (2015) һәм Почёт (2022) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов 1961 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Өфө нефть институтын (инженер-төҙөүсе) һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын (юрист) тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1983—1986 йылдар — Өфөләге Эре панелле йорттар төҙөү тресының 6-сы төҙөлөш идаралығы пррабы, мастеры;

1986—1989 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитеты секретары;

1989—1990 йылдар — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының идеология һәм социаль-иҡтисади анализ секторҙары инструкторы;

1990—1995 йылдар — «Восток» халыҡ-ара тармаҡ-ара концерны, Востокстрой −2 МП директоры урынбаҫары, Востокстрой −7 МП директоры;


2011 йылдың декабре — 2012 йылдың ғинуары — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

2012 йылдың 18 ғинуарынан — 2018 йылдың 27 сентябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡала хакимиәте башлығы[2].

2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016)[3];
  • Дуҫлыҡ ордены (2015);
  • Почёт ордены (2022)[4].
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең официаль сайты 2014 йылдың 27 август көнөндә архивланған.
  2. ↑ Временное исполнение обязанностей мэра Уфы возложено на Салавата Хусаинова. ИА Башинформ, 27 сентября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 сентябрь 2025)
  3. ↑ Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Официальный сайт Главы Республики Башкортостан (19 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. (рус.)
  4. ↑ Президент РФ наградил сенатора от Башкирии Ирека Ялалова орденом Почета. ИА «Башинформ» (14 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 сентябрь 2025. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә