Әхмәтов Спартак Ғәли улы

Әхмәтов Спартак Ғәли улы (рус. Ахметов Спартак Галеевич; 1949 йылдың 8 июне, Стәрлебаш, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы (1992—2007). Рәсәй Федерацияһының бишенсе саҡырылыш (2007—2011) Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһы Регламенты һәм эште ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы[1].

Биографияһы

Спартак Ғәли улы Әхмәтов 1949 йылдың 8 июнендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған[2].

1968 йылда — СССР Миннефтехимпромының Салауат индустриаль техникумын тамамлай.

1968—1970 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Уҙған быуаттың 70-се йылдарында ВЛКСМ-дың Стәрлебаш район комитетында ойоштороу бүлеге мөдире була, 1972 йылда Сәтрлетамаҡ ҡалаһына күсенә.

1972—1986 йылдарҙа Башҡортостандың химия һәм нефть химияһы предприятиеларында ғына түгел, млдең башҡа төбәктәрендә лә ҡорамалдар эшләү һәм монтажлау эшен алып барған «Стәрлетамаҡстрой» һәм «Востокнефтезаводмонтаж» трестарында инженер һәм етәксе вазифаларҙа эшләй. Уның етәкселегендә Ырымбурҙа «Ырымбургазпром» предприятиеһы төҙөлә[3].

1979 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

1986—1987 йылдарҙа КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе секретары булып эшләй.

1987 йылдың июлендә Ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

1989 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлай.

1992 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты итеп һайлана.

2007 йылдың 2 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан күрһәтелгән кандидаттарҙың федераль исемлеге составында бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.

Ил парламентында вәкәләттәре тамамланғас, 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты кәңәшсеһе булып эшләй[4].

2025 йылдың 1 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов уға «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн!» күкрәк билдәһен тапшыра[5].

Ғаиләһе

Ғаиләле. Ҡатыны 2021 йылдың июнендә вафат була[6]. Улы һәм ҡыҙы бар. Улы — Руслан, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VIII саҡырылыш депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дуҫлыҡ ордены;
  • «Почёт Билдәһе» ордены;
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999)[7];
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе;
  • «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2004)[8];
  • IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2005)[9];
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2014)[10];
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (2020)[11];
  • Стәрлетамаҡтың почётлы гражданы[12].

Иҫкәрмәләр

  1. Ахметов Спартак Галеевич - фото, цитаты, биография. neftegaz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2026. Архивировано из оригинала 8 июнь 2021 года.
  2. Ахметов Спартак Галеевич. 8 май 2026 тикшерелгән.
  3. Фаяз Юмагузин. Спартак Ахметов - человек дела (5 Июня 2024). 8 май 2026 тикшерелгән.
  4. Спартак Ахметов — человек дела. srgazeta.ru (5 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2026.
  5. Эмиль Шаймарданов вручил награду Спартаку Ахметову. Газета "Стерлитамакский рабочий" (1 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2026.
  6. Ушла из жизни супруга экс-мэра Стерлитамака Спартака Ахметова. 8 май 2026 тикшерелгән.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 17.06.1999 г. № 781  (рус.), Президент России. 8 май 2026 тикшерелгән.
  8. [https://docs.cntd.ru/document/935108466 Указ Президента Республики Башкортостан от 7 июня 2004 года №УП-320]  (рус.), docs.cntd.ru. 8 май 2026 тикшерелгән.
  9. Указ Президента Российской Федерации от 21.12.2005 г. № 1506  (рус.), Президент России. 8 май 2026 тикшерелгән.
  10. Рустэм Хамитов вручил государственные награды России и Башкортостана  (рус.). 8 май 2026 тикшерелгән.
  11. Распоряжение Президента Российской Федерации от 25.01.2020 г. № 8-рп  (рус.), Президент России. 8 май 2026 тикшерелгән.
  12. Почетные граждане Стерлитамака. sovet.sterlitamakadm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2026. Архивировано 24 май 2015 года.

Тема буйынса өҫтәмә