Стәрлетамаҡ (аэропорт)

Стәрлетамаҡ аэропорты (рус. Стерлитамак (аэропорт)) — Башҡортостан Республикаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһына хеҙмәт күрһәткән урындағы һауа линиялары аэропорты. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 15 км алыҫлыҡта, Преображеновка ауылы эргәһендә урынлашҡан. Аэродром «В» класына ҡарай.

Тарихы

Стәрлетамаҡ аэропорты 1997 йылға тиклем даими пассажирҙар ташый. Аэропорт аша Мәскәү (Быково аэропорты) (рус.)баш., Өфө, Белорет, Яңауыл, Пермь, Сорғот, Екатеринбург һәм Ҡазан ҡалалары менән даими һауа бәйләнеше ойошторола.

Урындағы һауа линияларында нигеҙҙә Ан-2 самолёттары файҙаланыла, ә төбәк-ара маршруттарҙа Ан-24 һәм Як-40 оса[1].

Характеристикаһы

Аэродром «В» класына инә[2]. Ул Ан-2, Ан-24, Як-40, Л-410 тибындағы самолёттарҙы, шулай уҡ бөтә төр вертолёттарҙы ҡабул итә ала[2][3].

Хәҙерге торошо

2008 йылда аэропортты реконструкциялау эштәре башлана. Яһалма осоу-ултырыу һыҙаты капиталь ремонтлана, яҡтылыҡ сигнализацияһы, радионавигация һәм элемтә ҡорамалдарын урынлаштырыу, шулай уҡ биналарҙы һәм инженер инфраструктураһын тергеҙеү эштәре алып барыла[2][3].

2011 йылда аэродромҙа бәләкәй авиация һөйөүселәрҙең СЛА-2011 слёты үткәрелә)[4].

2019 йылдың 1 октябрендә аэропортты «Хелипорт Өфө» компанияһы бәләкәй авиация эшмәкәрлеген тергеҙеү маҡсатында һатып ала. Инвестор биш йыл эсендә осоу-ултырыу һыҙатын экспертизанан үткәреүгә, биналарҙы ремонтлауға, аэронавигация ҡорамалдары менән йыһазландырыуға, шулай уҡ спорт-уҡыу үҙәге булған аэроклуб ойоштороуға яҡынса 250 миллион һум инвестиция һалырға ниәтләүен белдерә[5].


Хәҙерге ваҡытта аэропорт биләмәһе ваҡыт-ваҡыты менән урындағы авиация тарафынан файҙаланыла. Бынан тыш, унда йәмәғәт һәм спорт саралары, шул иҫәптән дрэг-рейсинг буйынса ярыштар үткәрелә[2][3].

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. «Козление» башкирской авиации: как десятки аэропортов оказались заброшенными и что с ними сейчас. Уфа1.ру (28 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2024.
  2. 1 2 3 4 Аэропорт Стерлитамак. 101hotels.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2024.
  3. 1 2 3 Стерлитамак. Аэроклубы и аэродромы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2024.
  4. Стерлитамак. Аэроклубы и аэродромы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2024.
  5. У аэропорта Стерлитамака новый владелец. Что будет с объектом. Ситиопен.рф (1 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2024.

Тема буйынса өҫтәмә