Нефтекама (аэропорт)
Нефтекама аэропорты — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһындағы аэропорт, үҙәктән алты километр алыҫлыҡта, «Нефтекама—Яңауыл» автомобиль юлынан йыраҡ түгел урынлашҡан.
«Өфө халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең милке.
1990 йылдар аҙағына тиклем аэропорт нигеҙҙә Нефтекама—Өфө—Сибай рейстары буйынса осҡан башлыса «Ан-24» самолеттары менән файҙаланыла.
2010 йылда осоу-ултырыу һыҙатында ремонт яһала һәм яҡтылыҡ-сигнал ҡорамалдары урынлаштырыла (төҙөкләндереү сығымдары 100 мең һумдан аша).
2010 йылдың октябрендә «Арҡайым» авиакомпанияһы Өфөнән «Ла-410» самолетында техник (пробный) рейс үтәй, 10 йылдан һуң авиамаршрут ҡайтанан тергеҙелә.
Өфөнән билет хаҡы 1200 һум сиктәрендә планлаштырыла. Автобусҡа билет 4-5 тапҡыр тиерлек арзан. Әммә машина 200 километрҙы яҡынса 3 сәғәт ярым үтә. «Ла 410» ошо алыҫлыҡты 30-40 минут эсендә ҡаплай. 2011 йылдың яҙында Нефтекама һәм Сибай рейстары ихтыяж булмау сәбәпле ябыла. Әлеге ваҡытта даими рейстар башҡарылмай.
Һылтанмалар
- Нефункционировавшие десятилетиями аэродромы планируют перезапустить в Башкирии. Сайт «mkset.ru». 27 ноября 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2024)
- В Нефтекамске обсудили возобновление работы аэропорта. Сайт газеты «Красное знамя», 25 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2024)
- Аэропорт Нефтекамска планируют реконструировать за федеральный счет. На данный момент регулярного авиасообщения с Нефтекамском нет. Сайт РБК. 8 апреля 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2024)
- APINFO.RU — русскоязычная база данных гражданских аэропортов всего мира Архивная копия от 11 октябрь 2011 на Wayback Machine (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2024)
- НЕФТЕКАМА АЭРОПОРТЫ: Икенсе һулыш 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2024)
- Когда расправит крылья Нефтекамск? Пока вместо полноценного аэропорта здесь только посадочная площадка. Газета «Республика Башкортостан», 10 января 2013 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 июнь 2024)