Арҡайым (авиакомпания)

Был авиакомпания тураһында мәҡәлә. Археологик ҡомартҡы тураһында Арҡайым битен ҡарағыҙ

Арҡайым — Башҡортостан Республикаһының милли төбәк авиакомпанияһы.

Атамаһы икенсе төрлө AIRкаим тип яҙыла.

2009 йылда барлыҡҡа килә, Өфө аэропортында урынлаша, 2010 йылдың декабренә бер Bombardier Challenger 300 самолёты, ике Ан-24 самолёты, ике L-410 самолёты һәм бер BK-117 вертолёты була[1]. Ете Boeing йәки Airbus самолёты алырға ниәтләй. Авиакомпанияның ойоштороусыһы һәм генераль директоры элегерәк «Башҡортостан авиалиниялары» компанияһы һәм Өфө аэропорты менән етәкселек иткән Николай Одегов була[1].

undefined

Компания Өфөнән Екатеринбургҡа, Түбәнге Новгородҡа, Ҡазанға L-410 самолёттарында даими рейстар башҡара[2]. 2010 йылдың 16 декабрендә Ханты-Мансийскиға беренсе рейс башҡарыла[1].

Шулай уҡ 2010 йылдың июненән 2011 йылдың майына тиклем Өфөнән Сибайға[3]) һәм 2010 йылдың октябренән Нефтекамаға даими рейстар башҡарыла[4]), рейстарҙы туҡтатыуҙың рәсми сәбәбе — пассажирҙар ағымының кәмеүе[5].

undefined

Эксплуатант сертификаты 2010 йылдың декабрендә алына[1]. Әммә рейстарҙың төп өлөшөн элеккесә «Арҡайым» менән альянста торған Utair компанияһының бүлендек структураһы — ЮТэйр-Экспресс (Сыктывкар) башҡара[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 «Аркаим» получил свидетельство эксплуатанта. kommersant.ru (17 декабрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  2. Аэропорт «Уфа» возрождает регулярные авиасообщения по местным авиалиниям и с соседними регионами. airportufa.ru (13 июль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  3. Авиарейс «Уфа - Сибай» сделает ближе столицу Башкирского Зауралья (10 июнь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  4. В Башкирии откроется новый авиарейс. gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.
  5. Дмитрий Колпаков. Руководитель международного аэропорта Уфы прокомментировал отмену авиарейсов в аэропорты Сибая и Нефтекамска. mkset.ru (17 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә