Башҡортостан (авиакомпания)

«„Башҡортостан“ авиакомпанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт — Башҡортостандың Өфө ҡалаһында урынлашҡан элекке Рәсәй авиакомпанияһы. Аэрофотосъёмкала махсуслаша. Компанияла 101 хеҙмәткәр эшләй (2007 йылдың мартына)[1].

Тарихы

Авиакомпания үҙенең эшмәкәрлеген 2006 йылдың 10 апрелендә башлай[2]

undefined

2011 йылдың 21 июнендә «Көнсығыш-Ульяновск» халыҡ-ара аэропортында Diamond DA42 MNG самолеты ергә ултыра[3]. Был самолёт Австрияла эшләнгән һәм төрлө авиация эштәре башҡарыу өсөн күп функциялы платформа булып һанала.

2011 йылдың авгусында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте авиакомпанияға «Башҡортостан» атамаһын ҡулланыуға дәғүә белдерә, быны уның, ҙур абруйлы предприятие булмауы сәбәпле, республика имиджын ҡаҡшатыуы менән аңлата. Авиакомпания етәкселеге исемде үҙгәртеү мөмкинлеген ҡарауҙан баш тарта, сөнки уны ҡулланыу ғәмәлдәге ҡануниәтте боҙмай, тип иҫәпләй[4].

2012 йылдың ғинуарында авиакомпания рейстарҙың 21 процентын (227 рейстың 71-ен) тотҡарлап, иң теүәл эшләмәгән ташыусы тип таныла[5].

2012 йылда бер нисә ай дауамында хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү тотҡарлана. Бурыс суммаһы 27 миллион 749 мең һумға барып етә[6]. Авиакомпания директорына штраф һалына[7].

Авиакомпания хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләмәү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. 2013 йылдың май башына февраль, март һәм апрель өсөн бурыс һаҡлана. Өфө транспорт прокуратураһы компания сертификатының ғәмәлдә булыуын туҡтатыу тәҡдиме менән сығыш яһай[8].

Росавиацияның Волга буйы төбәк-ара территориаль һауа транспорты идаралығы, «Авиация эштәрен башҡарыусы физик шәхестәрҙе, юридик шәхестәрҙе мотлаҡ сертификатлауҙы үткәреүгә талаптар» федераль авиация ҡағиҙәләренә ярашлы, 2013 йылдың 15 авгусында авиация эштәрен башҡарыуға 2014 йылдың 11 авгусына тиклем ғәмәлдә булған СЭ №АР 10-11-14 эксплуатант сертификатын (һауа съемкаһы) бирә.

2013 йылдың 1 октябренән авиакомпания пассажирҙар ташыуҙы туҡтата. Ҡалған 3 Boeing 757-200 самолеты баш компания ВИМ-Авианың милкенә күсерелә.

2014 йылдың 10 ғинуарында Росавиация 2006 йылдың 24 майында коммерция һауа транспортын тормошҡа ашырыу өсөн бирелгән 490-сы эксплуатант сертификатын ғәмәлдән сығара[9].

Милекселәре

Авиапаркы

«Башҡортостан» авиакомпанияһының һауа флотына 1 самолет инә (2013 йылдың көҙөнә ҡарата):

«Башҡортостан» авиакомпанияһының һауа суднолары
Самолёт Бөтәһе Пассажирҙар Иҫкәрмәләр
Diamond DA42 MNG 1 аэрофотосъёмка өсөн ҡулланыла

Иҫкәрмәләр

  1. Directory: World Airlines, Flight International (3 апрель 2007), стр. 53.
  2. Lyubov Kolokolova. New Air Carrier Makes Maiden Flight From Ufa (ингл.). eng.bashvest.ru (16 май 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
  3. «Башкортостан» получил самолет Diamond DA-42 MNG. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. Архивировано 7 март 2016 года.
  4. Коммерсант(Уфа): Властям разонравился «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. Архивировано 19 ноябрь 2018 года.
  5. Самым непунктуальным авиаперевозчиком в январе 2012 года стала авиакомпания «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. Архивировано 5 март 2016 года.
  6. Пеня как доплата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. Архивировано 22 апрель 2012 года.
  7. Авиакомпания «Башкортостан» задолжала работникам 20 миллионов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. Архивировано 4 март 2016 года.
  8. Тамара Пересыпкина. Приостановлено действие сертификата авиакомпании «Башкортостан». rg.ru (12 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
  9. Сертификат эксплуатанта ООО «Авиакомпания "Башкортостан"» аннулирован (10 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә