Ҡануниәт
Ҡануниәт — закондар сығарыу; шулай уҡ закондар йыйылмаһы[1]. Дәүләттә сығарылған бөтә норматив-хоҡуҡи акттар.
Норматив акттар йыйылмаһы булараҡ ҡануниәт
- Ҡануниәт — закондар сығарыу (вәкиллекле) органы йә туранан-тура халыҡ тарафынан сығарылған һәм илдең территорияһында эш иткән закон акттары системаһы.
- Ҡануниәт киң мәғәнәлә — закон акттарын ғына түгел, законға нигеҙләнгән норматив акттарҙы ла индереп, илдә эш иткән норматив хоҡуҡи акттар системаһы.
- Ҡануниәт — ниндәй ҙә булһа тармаҡта эш иткән һәм (йәки) ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең ниндәй ҙә булһа өлкәһен көйләгән норматив акттар системаһы.
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте
Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына нигеҙләнә, үҙ эсенә халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптарын һәм нормаларын, федераль конституцион закондарҙы, федераль закондарҙы (федераль ҡануниәт), Рәсәй Федерацияһы субъекттарының конституцияларын (уставтарын) һәм закондарын (Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәтен) индерә.
- Рәсәй Федерацияһының Граждан кодексы
- Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы
- Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы
- Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекс
- Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы
- Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексы
- Рәсәй Федерацияһының Ҡала төҙөлөшө кодексы
- Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-процессуаль ҡануниәте
- Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-хөкөм язаһы башҡарыу ҡануниәте
- Рәсәй Федерацияһының Миграция ҡануниәте
- Рәсәй дәүләт наградалары өлкәһен хоҡуҡи көйләү
Иҫкәрмәләр
- ↑ ЗАКОНОДАТЕЛЬСТВО — Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. 5-е изд., перераб. и доп. — М.: ИНФРА-М, 2007. — 495 с.
Һылтанмалар
- Онлайн справочник по законодательству РФ 2013 йылдың 21 март көнөндә архивланған.
- Законодательство РФ в свободном доступе — государственная система
- Законодательство РФ в свободном доступе — СПС КонсультантПлюс
- Законодательство РБ в свободном доступе — Право Беларуси на сайте Валерия Левоневского
- Федеральное и региональное законодательство 2020 йылдың 5 август көнөндә архивланған. — в свободном доступе
- Справочно-правовые системы «Кодекс» 2009 йылдың 17 август көнөндә архивланған. — СПС «Кодекс»
- Законодательство России по органу принятия
- Поиск по законодательству России, Украины, Беларуси (документы в свободном доступе)