Октябрьский (аэропорт)

Октябрьский — Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһының элекке аэропорты. 1962 йылда нигеҙ һалына[2]. Ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа табан 7 километр алыҫлыҡта Татарстан территорияһында урынлашҡан.

1993 йылға тиклем аэропорт 3-сө класлы һауа судноларын (Ан-24, Як-40) ҡабул итә, Мәскәү, Ҡазан, Өфө, Һамар, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Нижневартовск, Стрежевая, Сорғот һәм башҡа ҡалаларға даими рейстар башҡарыла[3].

1998 йылдан алып Зарипов исемендәге Рәсәй ДОСААФ-ының Октябрьский авиация-техник аэроклубы спорт аэродромы булараҡ файҙалана. Аэродромда парашюттан һикереү һәм спорт күнекмәләре һәм Ан-2 самолеты менән идара итеү буйынса күнекмәләр үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТ at Great Circle Mapper. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2025. Архивировано 9 ғинуар 2014 года.
  2. Статья в Башкирской энциклопедии
  3. Сайт временно заблокирован. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2025. Архивировано из оригинала 9 ғинуар 2014 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә