Магнитогорск (аэропорт)

Магнитогорск халыҡ-ара аэропорты (рус. Международный аэропорт Магнитогорск) — Магнитогорск ҡалаһынан көнбайышҡа табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан федераль әһәмиәттәге граждандар аэропорты[1]. Аэропорт ысынында Башҡортостандың Әбйәлил районы Дәүләт ауылы эргәһендә урынлашҡан, шулай ҙа ул һәм аэропорт биләмәһе административ яҡтан Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡала округының Уң Яр районына буйһона.

Тарихы

Магнитогорск аэропортының тарихы 1930 йылдың 15 авгусынан башлана. Шул көндө ҡаланың һул яҡ ярында Йәшел ялан ултыртыу майҙансығы эшләй башлай, шул көндө ҡаланың һул яҡ ярында ултыртыу майҙансығы эшләй башлай, Свердловск отряды пилоты С. Г. Пичугов (башҡа сығанаҡтар буйынса Ф. Н. Каноненко) Юнкерс F-13 самолетында Свердловск — Челябинск — Магнитогорск һауа линияһын аса.

Авиапредприятие хеҙмәткәрҙәренең тәүге коллективы бәләкәй була. Уның составына ни бары 5 кеше инә. 1932 йылда аэропорт хеҙмәттәрен урынлаштырыу өсөн ике ҡатлы бина төҙөлә. Авиация хеҙмәттәре матди базаһы етерлек булмай һәм шуға ла Мәскәүгә һәм Свердловскиға почта рейстары ғына башҡарыла. Башта ҡалала Магнитогорск металлургия комбинаты ҡуртымға алған У-2 самолеты ғына була. Даими пассажирҙар хеҙмәте 1933 йылдың 6 мартында Свердловск ҡалаһынан дүрт урынлыҡ «Сталь-2» почта-пассажир самолетында Свердловск — Магнитогорск маршруты асылыу менән башлана.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

Пассажирҙар ағымы:
йыл 2014 2015 2016 2017 2018 2019
мең пассажир 171,6 133,4 127,7 193,2 234,2 265,4
Сығанаҡтар:[2][3][4]

Ташыусылар һәм тәғәйенләнештәр

Түбәндә аэропортта эшләгән авиакомпаниялар һәм улар хеҙмәтләндергән йүнәлештәр бирелгән:

Рәсәй флагы Аэрофлот | Рәсәй Федерацияһы Мәскәү (Шереметьево) | Рәсәй флагы Nordwind Airlines |Рәсәй Федерацияһы Мәскәү Миҙгелле (йәй): Сочи Төркиә Анталия| Рәсәй флагы S7 Airlines | Рәсәй флагы Новосибирск ||Рәсәй флагы Азимут |Рәсәй флагы Екатеринбург |Рәсәй флагы Азимут |Рәсәй флагы Минеральные Воды |Рәсәй флагы Ikar |Рәсәй флагы Санкт-Петербург|Рәсәй флагы Uvt Aero |Рәсәй флагы Ҡазан, Һамар.

Иҫкәрмәләр

  1. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 20 апреля 2016 года № 726-р «Об утверждении перечня аэропортов федерального значения»[1] Архивная копия от 8 май 2016 на Wayback Machine
  2. Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2014-2015 гг. Росавиация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2025. Архивировано 17 июль 2016 года.
  3. Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2015-2016 гг. Росавиация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2025. Архивировано 21 февраль 2017 года.
  4. Объемы перевозок через аэропорты России за январь-декабрь 2016-2017 гг. Росавиация. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 август 2025. Архивировано из оригинала 28 март 2018 года.

Тема буйынса өҫтәмә