Первушин (аэродром)
Первушин («Бәләкәй авиацияның Өфө уҡыу-методик үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автоном өҫтәлмә һөнәри белем биреү ойошмаһы; рус. АНО ДПО «Уфимский учебно-методический центр малой авиации») — спорт аэродромы, Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта 40 километр алыҫлыҡта ятҡан Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районы Первушин ауылы янында урынлашҡан. Кесе авиация аэродромы һәм парашют менән һикереү базаһы булараҡ ҡулланыла.
Дөйөм мәғлүмәт
Аэродром 2011 йылдың майында асыла. Уның эшен ойоштороуҙа артабан Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнешле авиация Федерацияһы дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы[1]президенты Сергей Миниғолов ҙур роль уйнай, Уның һүҙҙәренсә, аэродромдың төп профиле — авиация туризмы һәм осоусылар әҙерләү[2].
Аэродромға характеристика
- Бер ниндәй яһалма япмаһыҙ ерҙәге аэродром, дөйөм майҙаны 116 гектар.
- Төрлө оҙонлоҡтағы өс осоу-ултырыу һыҙаты бар: 450, 750, 1200 метр.
Аэродром территорияһында:
- Авиация уҡыу үҙәге (Бәләкәй авиацияның Өфө уҡыу-методик үҙәге коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма);
- «АэроСоюз-Өфө» вертолет үҙәге[3];
- «Магни Гиро Рус» автожир үҙәге;
- Пилотаж төркөмө;
- Шәхси пилоттар клубы;
- Өҫкө күҙәтеү майҙансығы менән йыһазландырылған 100 урынлыҡ кафе;
- 11 урынлыҡ ҡунаҡхана;
- Һағы булған ангарҙар;
- Самолёттар һәм автомобилдәр туҡталҡаһы урынлашҡан.
Бәләкәй авиация пилоттарын әҙерләүҙән тыш, «Саванна» һәм «Альтаир-10» самолеттарын эшләү һәм һатыу[4], бәләкәй авиация сараларына техник һәм сервис хеҙмәтләндереүе ойошторолған. Элек булған парашют үҙәгенең эшмәкәрлеге 2021 йылда туҡтатылған[2].
Саралар
Аэродром территорияһында авиация шоуҙары [5], шулай уҡ дәүләт байрамдарына һәм иҫтәлекле даталарға арналған төрлө саралар үткәрелә. Уларҙың иң ҙуры — «Асыҡ күк йөҙө» (рус. «Открытое небо») авиаторҙар слёты [6], унда бөтә илдән үтә еңел авиация энтузиастары йыйыла.[7]
2016 йылда «ParkFest» рок-фестивале үтә[8], әммә 2017 йылда ҡатнашырға теләүселәр юҡлыҡтан был фестиваль булмай[9].
2022 йылдың көҙөнән аэродром базаһында мобилизацияға планлаштырылғандарға өс көнлөк әҙерлек курсы үткәрелә башлай[10].
Ҡаҙаныштары
Ваҡиғалар
2013 йылдың 1 сентябрендә аэродромдың «Х-32 «Бекас» еңел самолеты Илмырҙа күленә ҡолай, пилот һәм пассажир һәләк була[13]. Самолеттың ғәмәлдәге осоуға яраҡлылыҡ сертификаты булмауы тураһында хәбәр ителә [14]. МАК белдереүенсә, Х-32 «Бекас» RA-1264G самолетының һәләкәте пилоттың был типтағы һауа судноһында башҡарыуға тыйылған ҡатмарлы пилотаж фигураларын үтәү һөҙөмтәһендә була [15][16].
2016 йылдың 2 июлендә Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты ваҡытында еңел моторлы эксперименталь АКМ-5 «Триумф» самолеты ергә ҡаты төшөп ултыра, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр булмай [17].
2016 йылдың 5 июлендә, ошо уҡ сара ваҡытында, мотопараплан шулай уҡ ергә ҡаты төшөп ултыра, пилот дауаханаға оҙатыла [18].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Федерация авиации общего назначения России. flarf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ 1 2 Наталья Кузнецова. «Самолетам по 30 лет». Каковы риски для любителей авиаспорта в Башкирии. AiF (13 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.
- ↑ Список аэродромов. fpln.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2022.
- ↑ Продажа самолетов (билдәһеҙ). Аэродром Первушино. Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ На аэродроме «Первушино» под Уфой сегодня пройдёт авиационный праздник. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ На аэродроме «Первушино» открылся IX Всероссийский слет любителей авиации «Открытое небо». www.aex.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ Уфимские аэродромы, часть пятая - Первушино. Яндекс Дзен | Блогерская платформа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2022. Архивировано 6 ғинуар 2022 года.
- ↑ PARKFEST 2016. Каким событием он стал для организаторов? Часть 1 — Business FM | 107.5 Уфа. bfmufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ ParkFest в Уфе отменен из-за «отсутствия отклика любителей рок-музыки». РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ «Цель – научить выживать»: в Башкирии запустили подготовку для потенциальных мобилизованных. Новости Башкирии и Уфы (билдәһеҙ). GOROBZOR.RU (15 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 декабрь 2022.
- ↑ Аэродром Первушино признан лучшим аэродром АОН России - 2018. kushnarenkovo.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2022. Архивировано 7 ғинуар 2022 года.
- ↑ Аэродром Первушино признан лучшим в России. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2022. Архивировано 6 ғинуар 2022 года.
- ↑ В Башкирии разбился легкий самолет. Interfax.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.
- ↑ Упавший в озеро в Башкирии легкомоторный самолет не имел сертификата годности — Business FM | 107.5 Уфа. bfmufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.
- ↑ О завершении расследования авиационного происшествия с самолетом ЕЭВС Х-32 «Бекас» RA-1264G | МАК. mak-iac.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.
- ↑ Расследования авиационных происшествий и инцидентов | МАК. mak-iac.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.
- ↑ В Башкирии на аэродроме «Первушино» неудачно сел самолет АКМ-5 «Триумф». Новости Башкирии и Уфы (билдәһеҙ). gorobzor.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.
- ↑ В Башкирии на аэродроме «Первушино» новое ЧП – упал паралет. Новости Башкирии и Уфы (билдәһеҙ). gorobzor.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 декабрь 2022.