Ҡазан (аэропорт)

Ғабдулла Туҡай исемендәге Ҡазан Аэопорты (татар. Габдулла Тукай исемендәге Казан Аэропорты; ИАТА: KZN, ИКАО: UWKD) — Ҡазан ҡалаһында федераль әһәмиәтендәге халыҡ-ара аэропорт, Волга буйында пассажирҙар ағымы буйынса иң ҙуры. Көньяҡ-көнсығышҡа 26 км алыҫлыҡта Татарстандың Лаиш районы биләмәһендәге Столбище ауылы янында урынлашҡан.

Рәсәй, яҡын сит илдәр, шулай уҡ Төркиә, Финляндия, БҒӘ, Таиланд, Греция, Испания һәм башҡа илдәргә рейстарҙы хеҙмәтләндерә. 2019 йыл йомғаҡтары буйынса аэропорттың пассажирҙар ағымы 3 470 742 кеше тәшкил иткән, был уны Рәсәйҙең 11-се иң тығыҙ аэропорттарына индерә.

2017 йылда аэропорт 4-се тапҡыр "Skytrax" абруйлы консалтинг компанияһы версияһы буйынса "Рәсәйҙең һәм БДБ-тың иң яҡшы төбәк аэропорты" тип танылды [2].

Аэропорт Ҡазан авиапредприятиеһы авиакомпанияһы өсөн база, шулай уҡ ЮВТ Аэро авиакомпаниялары өсөн база үҙәктәренең береһе булып тора. Бынан алда ул Татарстан авиакомпанияһы өсөн төп базаһы, шулай уҡ элекке Ак Барс Аэро авиакомпанияһы базаларының береһе булған.

undefined

Авиакомпаниялар һәм йүнәлештәр

undefined
undefined
undefined
undefined

Иҫкәрмә

  1. Пассажиропоток в казанском аэропорту в пандемию упал на 38%. www.kommersant.ru (25 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2021.
  2. Архив новостей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ноябрь 2017. 2017 йылдың 28 август көнөндә архивланған.

Һылтанмалар