Белорет (аэропорт)

Тарихы[1]

1972 йылда төҙөлә. Асылғанда аэропорт ҙур самолеттарҙы «грунт»ҡа ҡабул итә ала. Оҙонлоғо 1600 метр, киңлеге 40 метр булған бетон осоу-ултырыу һыҙаты 1979 йылда төҙөлгән.

Аэропорт 3-сө класҡа ҡарай һәм Ан-24 һәм еңелерәк самолёттарҙы, шулай уҡ бөтә төр вертолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле була.

Аэропорт көн һайын Мәскәү, Екатеринбург, Өфө, Адлер һәм Ырымбур ҡалаларынан, шулай уҡ урман һаҡлау һәм санитар авиация рейстарын ҡабул иткән. Артабанғы бер нисә йылда аэропортҡа махсуслаштырылған ойошмаларҙың вертолеттары төшә.

Аэропорт файҙаланылмай (2000 йылдар башынан)[2], әммә самолеттар унан осоуын һәм унда төшөүен дауам итә. Улар башлыса ҡала байрамдарында, конкурстарҙа, авиашоуҙа ҡатнашыусы еңел самолеттар һәм осоу аппаратары. Элекке аэропорт биләмәһендә автоуҙыштар (драг-рейсинг, дрифт ярыштары) һәм машина йөрөтөү дәрестәре үткәрелә[3].

Сығанаҡтар

  1. История белорецкого аэропорта.
  2. Маршрутная карта местных воздушных линий УКТ-5. Авиакоминфо, 2009
  3. В Башкирии прошли соревнования по зимнему дрифту

Тема буйынса өҫтәмә