Тарихы
Ул 1957 йылда булдырылған, аэродромдың дөйөм майҙаны 186 гектар тәшкил итә. Яһалма осоу-ултырыу һыҙатыы 1994 йылда сафҡа индерелә һәм Ил-18, Ан-24, Як-40 һәм бөтә еңел самолеттарҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнә. Перрон ике Ан-24 самолетын һәм бер үк ваҡытта биш Ан-28 самолеты тороуы һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн иҫәпләнгән. 1994 йылда төндә осоу һәм һауа судноларын ултыртыу өсөн «Свеча МВЛ» яҡтылыҡ сигналы системаһы файҙаланыуға тапшырыла. Аэровокзал 1974 йылда файҙаланыуға тапшырыла, сәғәтенә 200 пассажирҙы үткәреү һәләтенә эйә. 1990-сы йылдар уртаһында Магнитогорск аэропортын реконструкциялау ваҡытында Мәскәү рейстарын ҡабул итеү һәм ебәреү буйынса дублер ролен үтәй.
2003 йылдан 2010 йылға тиклем аэропорт файҙаланылмай.
2010 йылдың июнендә «Арҡайым» авиакомпанияһы L-410 самолетында Өфөнән техник (һынау) осош яһай. Ошо уҡ авиакомпания тарафынан 2010 йылдың июлендә[1] Л-410 самолеттарында Өфөгә даими пассажир рейстары тергеҙелә. Әммә 2011 йылдың яҙынан Сибай һәм Нефтекама ҡалаларына осоштар туҡтатыла. 2021 йылдың октябрендә аэропорт ябыла. 2021 йылдың июненән алып аэропортты яңыртыу тураһында фекер алышыуҙар бара.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 август 2025. Архивировано из оригинала 14 сентябрь 2010 года. Пресс-релиз на сайте аэропорта «Уфа».