Әбдерәхимов Вәхит Рәхмәт улы

Вәхит Рәхмәт улы Әбдерәхимов (рус. Абдрахимов Вахит Рахматович; 1961 йылдың 10 ғинуары, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы) — хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2001—2009 йылдарҙа Стәрлетамаҡ йөк автотранспорт предприятиеһы директоры, 2009—2010 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хәкимиәте башлығы[1]. Рәсәй Федерацияһының почётлы автотранспортсыһы[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре[1].

Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр Академияһының социаль-иҡтисади институтын тамамлаған[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

  • 1976—1980 — Ишембай нефть техникумы студенты;
  • * 1980 — Стәрлетамаҡ «Каустик» 4-се фильтрләү цехы аппаратсыһы[1];
  • 1980—1982 — Совет Армияһында хеҙмәт итә;
  • 1982—1986 — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1576-сы Автоколонна автослесары, монтаж участкаһы мастеры, шоферы[1];
  • 1986—1994 — 1576-сы Автоколонна профсоюз комитеты рәйесе[1];
  • 1994 — Стәрлетамаҡ йөк автотранспорты предприятиеһының бүлек етәксеһе;
  • 1994—1998 — Стәрлетамаҡ йөк автотранспорты предприятиеһының йөк ташыу буйынса директор урынбаҫары;
  • 1998—2001 Стәрлетамаҡ йөк автотранспорт предприятиеһының йөк ташыу буйынса директор урынбаҫары;
  • 2001—2004 — Стәрлетамаҡ йөк автотранспорт предприятиеһы директоры;
  • 2004—2009 — Стәрлетамаҡ йөк автотранспорт предприятиеһы — «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятие филиалы директоры[1];
  • 2009 йылдан 2010 йылдың 28 сентябренә тиклем  — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хәкимиәте башлығы — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хәкимиәте башлығы.

Ғәиләһе

Өйләнгән, ике улы бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре.
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Пресс-служба Президента РБ. Главой администрации Стерлитамака назначен Вахит Абдрахимов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июнь 2015. Архивировано 12 февраль 2013 года.
  2. Абдрахимов Вахит Рахматович. Персона РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 декабрь 2025.