Стәрлетамаҡ троллейбусы

Стәрлетамаҡ троллейбусы (рус. Стерлитамакский троллейбус) — Стәрлетамаҡ ҡалаһының троллейбус транспорты системаһы. Троллейбустар 1961 йылдың 25 февралендә файҙаланыла башлай. Ҡала эсендә төп транспорт булып тора. Пассажирҙар ағымы 231,0 мең/көн йәки йәмәғәт транспорты менән ташыуҙың 80 проценттан ашыуын тәшкил итә[3]. Троллейбустар 13 маршрутты хеҙмәтләндерә. Был миллиондан ашыу халҡы йәшәгән күп кенә эре ҡалаларға ҡарағанда аҙыраҡ, әммә Рәсәйҙең күпселек урта ҡалалары менән сағыштырғанда күпкә күберәк.

Рәсми ойошмаһы

Троллейбус селтәре менән «Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы идара итә. Ҡалала 1-се троллейбус депоһы эшләй, 2-сеһе файҙаланылмай.

Атамаһы Асылыу датаһы Ябылыу датаһы Адрес
1-се һанлы троллейбус депоһы 1961 - Кочетов урамы, 26а
2-се һанлы троллейбус депоһы 1989 19 декабря 2014 Көнсығыш урам, 1Б

Билет хаҡы

undefined

2014 йылдың 1 ноябренән ҡулаҡса менән иҫәпләгәндә юл хаҡы 14 һум тәшкил итә. Граждандар өсөн транспорт картаһы буйынса бер тапҡыр йөрөү 12 һум тора; ойошмалар өсөн — 10 һум; уҡыусылар, студенттар һәм пенсионерҙар өсөн — 9 һум[4]. Багаж ташыу 10 һумға төшә.

2022 йылдың декабренән юл хаҡы 25 һум тәшкил итә.

Үҫеш пландары

2019 йыл башында ҡалала Тролза-5265 «Мегаполис» троллейбусын һынау башлана[5].

Иҫкәрмәләр

  1. О МУП «Стерлитамакское троллейбусное управление». МУП «Стерлитамакское троллейбусное управление» (3 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2025. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
  2. Стерлитамак может лишиться троллейбусов. Стерлеград (26 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2025.
  3. МУП «Стерлитамакское троллейбусное управление». О предприятии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2025. Архивировано 26 июнь 2015 года.
  4. Вавилов, Н. Стоимость проезда в троллейбусах Стерлитамака вырастет до 14 рублей // Стерлитамакский рабочий. — 2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2025. Архивировано 30 август 2017 года.
  5. В Стерлитамаке работникам троллейбусного управления продемонстрировали электробус. Sterlitamakcity.ru (10 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2025. Архивировано 13 февраль 2019 года.

Тема буйынса өҫтәмә