Шәрипов Илгиз Ҡадир улы

Шәрипов Илгиз Ҡадир улы (31 ғинуар 1960 йыл) — Рәсәй эшҡыуары һәм сәйәси эшмәкәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының элекке башлығы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе[1].

Биографияһы

Илгиз Ҡадир улы Шәрипов 1960 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Әлшәй районының Түбәнге Әүрез ауылында тыуа[1].

1983 йылда Өфө авиация институтын тамамлай (УАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты). Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡта «Ҡыҙыл пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә башлай.

Производствоны ентекле өйрәнеп һәм ойоштороу һәләтен ҡулланып Илгиз Ҡадир улы инженер-технологтан баш инженер вазифаһына тиклем юл үтә. 1996—2007 йылдарҙа «Ҡыҙыл пролетарий» асыҡ акционерҙар йәмғиәтеннең генераль директоры була.

2007—2009 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

67-се Ольховский һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Наградалары

«Бизнес-лидер» платина миҙалы һәм диплом

Граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн «Золотой Знак — 2009».

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе.

Бөйөк Петр исемендәге Милли премияны тапшырыу комиссияһының «Рәсәйҙең иң яҡшы менеджеры» дипломы.

Ғаиләһе

Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Новым мэром Стерлитамака стал Ильгиз Шарипов. Комсомольская правда (15 ғинуар 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2020.