Әхмәтов Руслан Спартак улы

Руслан Спартак улы Әхмәтов (рус. Руслан Спартакович Ахметов; 1980 йылдың 2 марты, Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы) — инженер, юрист, йәмәғәтсе. 2022 йылдан «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр һәм хеҙмәткәрҙәр буйынса директоры. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

Биографияһы

Әхмәтов Руслан Спартак улы 1980 йылдың 2 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлетамаҡ ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[2].

Тыуған ҡалаһында урта мәктәп бөткәндән һуң Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инә һәм уны 2002 йылда «Технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу» һөнәре буйынса «инженер» квалификацияһы (рус.)баш. алып тамамлай. Икенсе юғары белемгә — «Юриспруденция» һөнәре буйынса «юрист» квалификацияһына 2006 йылда Башҡорт дәүләт университетында диплом яҡлап эйә була[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2002 йылда «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә слесарь булып башлай, һуңынан шунда уҡ 2-се, 1-се категориялы технолог-инженер була.

2004 йылдан — ойошманың бюджетлау һәм иҡтисади анализ бүлегенең начальник урынбаҫары, артабан бүлек начальнигы.

2008 йылдан — маркетинг бүлеге начальнигы.

2009 йылдан — «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең, 2013 йылдан — Башҡортостан сода компанияһының тендер (рус.)баш. комитеты етәксеһе.

2015 йылдан — «БСК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең аналитика һәм конкурс процедуралары бүлеге начальнигы, тәьминәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.

2019 йылдан — «БСК Ҡаҙағстан» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директор урынбаҫары.

2021 йылдан — «БСК» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының дөйөм мәсьләләр буйынса ярҙамсыһы[3].

2022 йылдың ноябренән — «Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы» акционерҙар йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр һәм хеҙмәткәрҙәр буйынса директоры[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2023 йылдың 10 сентябрендә 26-сы Шихан һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Парламенттың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты[5] һәм «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы фракцияһы[6] ағзаһы.

Ғаиләһе

Иҫкәрмәләр

  1. Депутаты \ Ахметов Руслан Спартакович. Сайт «Депутаты». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  2. Депутаты. Ахметов Руслан Спартакович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  3. 1 2 Лица Партии. Ахметов Руслан Спартакович. Официальный сайт партии «Единая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  4. По итогам недели. Оперативное совещание 15.09.2023. АО «СНХЗ». Официальный сайт (15 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
  5. Комитет по промышленности, инновационному развитию, торговле, предпринимательству и туризму. Ахметов Руслан Спартакович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)
  6. Состав фракции Всероссийской политической партии «Единая Россия» в ГС – К РБ. Ахметов Руслан Спартакович. Государственное Собрание — Курултай Республики Башкортостан (Официальный информационный портал). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 март 2026. (рус.)