Ғимаев Рәғиб Насретдин улы
Ғимаев Рәғиб Насретдин улы (рус. Гимаев Рагиб Насретдинович; 1935 йылдың 1 ғинуары, Ибрай, Башҡорт АССР-ы — 2016 йылдың 29 ғинуары, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1999), техник фәндәре докторы (1977), профессор (1978). Сыуаш милли академияһының почётлы академигы (1994), Фрид-Хардеман (Freed-Hardeman University, АҠШ). университетының почётлы фән докторы (АҠШ, 1996). РСФСР-ҙың (1985) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2003)[1]. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Йыйылышының 3-сө саҡырылыш[2], Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 10-11-се саҡырылыш, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 12 саҡырылыш депутаты.
Биографияһы
Рәғиб Насретдин улы Ғимаев 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Ибрай ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.
1958 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған, 1963 йылға тиклем Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләгән, һуңынан 1976 йылдан Өфө нефть институтының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, технология факультеты деканы була. 1981 йылдан 1999 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университеты ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһы мөдире, технология факультеты деканы. 1991—1997 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университеты ректоры кәңәшсеһе.
Рәғиб Ғимаев — нефть һәм газды химик эшкәртеү өлкәһендә исеме донъя күләмендә билдәле белгес, нефть сеймалы нигеҙендә углерод сүстәре алыу буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Уның ғилми хеҙмәттәре нефть дисперс системаларында фаза күсеүен, нефть продукттарының юғары ароматизацияланған компонеттарының шыйыҡ кристалл торошона күсеүен, нефть ҡалдыҡтарының термик крекинг теорияһын, нефть сеймалынан яңы материалдар — энәле кокс, нефть пектары, углерод сүстәре, сорбенттары һ.б. алыуҙы тикшереүгә бағышлана. Ғалим тарафынан нефть эшкәртеүҙә һәм нефть химияһында физик-химик процестарҙа акустика тирбәлеүен ҡулланыу раҫлана. Уның тәҡдим иткән технологиялары «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, Өфөнөң нефть етештереү заводтарында, Рәсәйҙең һәм элекке СССР-ҙың ҡайһы бер предприятиеларында ҡулланыла.
Ул уйлап табыу буйынса 163 ашыу патент, Мәскәүҙә, Өфөлә, Ҡазанда нәшер ителгән 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт һәм монография авторы ла. Уның уҡыусылары араһында тиҫтәләгән техник фәндәр кандидаттары һәм докторҙары бар.
3-сө бер мандатлы Бөрө һайлау округынан Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана, «Рәсәй төбәктәре» депутат төркөмө ағзаһы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советына Өфөнөң Орджоникидзе районынан 52-се Институт һайлау округы, Киров районының 24-се Совет һайлау округы депутаты була.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2016 йылдың 29-нан 30-на ҡараған ғинуар төнөндә Өфөлә вафат була[3][4][5].
Китаптары
- Нефтяной кокс. — М.: Химия, 1992. — 75 с.
- Нефтяной игольчатый кокс. — Уфа, 1996. — 210 с.
- Гимаев Р. Н., Кондаков Д. И., Сюняев З. И. Современные методы утилизации серно-кислотных отходов нефтепереработки и нефтехимии. — М., ЦНИИТЭнефтехим. — 1973. — 98 с.
- Гимаев Р. Н., Амиров Я. С., Рахмангулов Х. Б. Использование вторичных ресурсов в строительстве и охране окружающей среды. — Башкнигоиздат.— Уфа, 1986. — 190 с.
- Гимаев Р. Н., Кузеев И. Р., Абызгильдин Ю. М. Нефтяной кокс. — М., Химия. — 1992. — 76 с.
- Хайрутдинов И. Р., Гимаев Р. Н. и др. Опыт производства и применения нефтяных пеков. — М.: ЦНИИТЭнефтехим, 1994.
- Технико-экономические аспекты промышленной экологии. Защита атмосферного воздуха. Уфимский государственный нефтяной технический университет.- Уфа, 1995. — 4.1 — 273 с. (Совм. с Я. С. Амировым и Н. Р. Сайфуллиным).
- Технико-экономические аспекты промышленной экологии. Защита водоёмов. Уфимский государственный нефтяной технический университет.- Уфа, 1995. — 4.2 — 263 с. (Совм. с Я. С. Амировым и Н. Р. Сайфуллиным).
- Гимаев Р. Н., Шипков Н. Н. и др. Нефтяной игольчатый кокс (структура и свойства). Изд-во Башкирского государственного университета. — Уфа, 1996. — 210 с.
- Безопасность жизнедеятельности. Идентификация взаимодействия человека со средой обитания. Уфимский государственный нефтяной технический университет. — Уфа,1997. — Кн.1, ч.1. — 217 с. (Совм. с Я. С. Амировым и И. М. Уракаевым).
- Газовые методы повышения нефтеотдачи. Изд-во Башкирского государственного университета. — Уфа, 1999. — 271 с. (Совм. с Г. А. Халиковым, К. Ш. Ямалетдиновой).
- Технико-экономические аспекты промышленной экологии; частьV, обезвреживание отходящих газов. Изд-во «Гилем» -Уфа, 1999. — 440 с. (Совм. с Я. С. Амировым и Ф. Р. Исмагиловым).
- Акустическая технология в нефтехимической промышленности. Изд-во «дом печати», — Казань, 2001. — 152 с. (Совм. с Р. Ш. Муфазаловым, И. Г. Арслановым, Р. К. Зариповым).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндәң тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970);
- СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1973);
- Техник фәндәр докторы (1977);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1997);
- СССР ВДНХ-һының көмөш миҙалы (1979);
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (1981);
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985);
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1994);
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2003);
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Р. С. Рифиҡов исемендәге премияһы (2012).
Хәтер
- 2019 йылдың сентябрендә Өфөлә Рәғиб Ғимаев иҫтәлеге мәңгеләштерелә[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 16 февраля 2004 года № 85 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2003 года в области науки и техники»
- ↑ Гимаев Рагиб Насретдинович
- ↑ Ушел из жизни профессор Рагиб Гимаев, газета Йэшлек
- ↑ Ушёл из жизни профессор Рагиб Гимаев, официальный сайт БГУ 2017 йылдың 24 август көнөндә архивланған.
- ↑ Ушел из жизни видный ученый, бывший ректор БашГУ Рагиб Гимаев
- ↑ В Уфе увековечили память бывшего ректора БашГУ Рагиба Гимаева. Газета Республика Башкортостан. Официальный сайт. 27 сентября 2019 года. 2019 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
- Ғимаев Рәғиб Насретдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2019)
- Ушёл из жизни видный учёный, бывший ректор БашГУ Рагиб Гимаев
- ГИМАЕВ РАГИБ НАСРЕТДИНОВИЧ
- Гимаев Рагиб Насретдинович
- Он внёс большой вклад в развитие высшей школы и академической науки (К 80-летию академика Рагиба Гимаева)