Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерыРәсәй Федерацияһының почётлы спорт исеме, 1992 йылдың 2 ғинуарында булдырылған. Уның тураһында положение ҡабул итеү, исемде биреү һәм унан мәхрүм итеү мәсьәләләрен Рәсәйҙең физик культура һәм спорт менән идара итеү буйынса федераль органы хәл итә. Хәҙерге ваҡытта ул —Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы.

Норматив документтар

2016 йылдың 22 ноябрендәге Федераль закон[1] менән 2007 йылдың 4 декабрендәге «Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында» тигән федераль законға[2] маҡтаулы спорт исемдәре тураһында пункт өҫтәлә (элек унда спорт исемдәре һәм разрядтары ғына телгә алына):

Исем биреү тураһында положение

«Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» исеме тураһындағы положениены раҫлаған түбәндәге бойороҡтар төрлө йылдарҙа ғәмәлдә була:

  • Рәсәй дәүләт спорт комитетының 1995 йылдың 25 майындағы 131-се «Почётлы спорт исемдәре — "Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры", "Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры", "Физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары" өсөн почёт билдәһе, "Физик культура һәм спорт отличнигы" билдәһе тураһында положениены раҫлау тураһында»ғы бойороғо;
  • «“Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры", "Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры", "Физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн" почёт билдәһе, "Физик культура һәм спорт отличнигы" билдәһе (Рәсәй дәүләт спорт комитетының 2001 йылдың 6 декабрендәге 713-сө бойороғо менән индерелгән үҙгәрештәр менән) маҡтаулы спорт исемдәре тураһында положениены раҫлау тураһында»ғы Рәсәй дәүләт спорт комитетының 2001 йылдың 26 ноябрендәге 691-се бойороғо;
  • Физик культура һәм спорт буйынса федераль агентлыҡтың Рәсәй Юстиция министрлығында 2007 йылдың 15 ғинуарында теркәлгән «Почётлы спорт исемдәрен булдырыу тураһында»ғы 2006 йылдың 25 сентябрендәге 634-се бойороғо — ҡара
  • Рәсәй Спорт һәм туризм министрлығының Рәсәй Юстиция министрлығында 2009 йылдың 18 февралендә теркәлгән «Почетлы спорт исемдәре биреү тураһында положениены раҫлау тураһында»ғы 2008 йылдың 27 ноябрендәге 55-се бойороғо;
  • Рәсәй Спорт министрлығының Рәсәй Юстиция министрлығында 2017 йылдың 1 декабрендә теркәлгән «Почётлы спорт исемен биреү тураһындағы положениены раҫлау тураһында»ғы 2017 йылдың 25 октябрендә сыҡҡан 919-сы бойороғо;
  • Рәсәй Спорт министрлығының Рәсәй Юстиция министрлығында 2020 йылдың 26 мартында теркәлгән «Почётлы спорт исемен биреү тураһындағы положениены раҫлау тураһында»ғы 2020 йылдың 19 февралендә сыҡҡан 919-сы бойороғо.

Исем биреү критерийҙары

2006, 2008, 2017 һәм 2020 йылдарҙағы положениелар

Исем биреүҙең бөгөнгө критерийҙары 2006 йылдағы, 2008 һәм 2020 йылдарҙа үҙгәрештәр индерелгән положение менән индерелә (2017 йылдағы положениела критерийҙарға үҙгәрештәр булмай).

Маҡтаулы исем Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрына индерелгән спорт төрҙәре буйынса һәм түбәндәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә:

  • Олимпия, паралимпия һәм сурдоолимпия уйындарындағы 1-3-сө урындар өсөн.
  • Донъя чемпионатындағы 1-се урын өсөн:
    • 2020 йылғы положениеға ярашлы, «Олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары программаһына индерелгән спорт төрҙәре (спорт дисциплиналары йәки программа төрҙәре) буйынса», шулай уҡ «Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған, уларҙы үҫтергән халыҡ-ара спорт федерациялары тарафынан ҡағиҙәләре рус телендә раҫланған, Рәсәй Федерацияһының кәм тигәндә 75 субъекты территорияһында үҫешкән спорт төрҙәре буйынса»;
    • 2006 йылғы положениеға ярашлы шәхси дисциплиналарҙа (эстафеталарҙы, төркөмдәрҙе, парҙарҙы, экипаждарҙы һ. б. индереп) йәки олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия уйындары программаһына индерелгән команда спорт төрҙәрендәге ярыштарҙа;
  • 2006 йылғы положениеға ярашлы, олимпия, паралимпия һәм сурдоолимпия уйындары программаһына индерелгән дисциплиналарҙа өлкән спортсылар араһында донъя рекорды йәки ике Европа рекорды; 2008 йылғы положениеларҙа һәм артабанғы положениеларҙа бындай критерийҙар юҡ.

Ҡаҙаныштар йыйылмаһы буйынса махсус таблицаға ярашлы 150-нән кәм булмаған квалификация балы йыйыусы спортсыларға бирелә:

  • 2020 йылғы положениеға ярашлы:
    • олимпия, паралимпия һәм сурдоолимпия уйындары программаһына индерелгән спорт төрҙәре (спорт дисциплиналары йәки программалар төрҙәре) буйынса донъя чемпионатында һәм шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының 75 субъекты территорияһында үҫешкән спорт төрҙәре буйынса донъя чемпионатында 2-3-сө урындар өсөн;
    • донъя чемпионатында, бөтә донъя уйындарында, Халыҡ-ара олимпия комитеты патронаты аҫтында үткәрелгән «Спорт төрҙәре (спорт дисциплиналары йәки программалар төрҙәре)» буйынса (олимпия, паралимпия, сурдоолимпия программаһына индерелмәгән), шулай уҡ хәрби һәм хеҙмәт ғәмәли спорт төрҙәре буйынса 1-се урын өсөн;
  • 2006 һәм 2008 йылдарҙағы положениеларға ярашлы, донъя чемпионатында, донъя Кубогында, Европа чемпионатында йәки Европа Кубогында 1-се урын өсөн (халыҡ-ара ярыштар үткәрелмәгән спорт төрҙәрендә квалификация баллдарын ғына йыйырға кәрәк).

Исем шулай уҡ дөйөм талаптарҙан тайпылып та бирелергә мөмкин. Бындай юл менән бирелеү шарттары үҙгәреп торҙо:

Иҫкәрмәләр

  1. Федеральный закон «О внесении изменений в Федеральный закон „О физической культуре и спорте в Российской Федерации“ в части регулирования спорта высших достижений и профессионального спорта» от 22.11.2016 № 396-ФЗ
  2. Федеральный закон «О физической культуре и спорте в Российской Федерации» от 04.12.2007 № 329-ФЗ