Сураев Нур Сәхәүетдин улы
Сураев Нур Сәхәүетдин улы (рус. Чураев Нур Сахаутдинович; 15 февраль 1912 йыл — 19 февраль 1999 йыл) — инженер-энергетик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—1979 йылдарҙа Өфө ҡала электр селтәрҙәре директоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған энергетигы. Энергетика отличнигы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1966).
Биографияһы
Нур Сәхәүетдин улы Сураев 1912 йылдың 15 февралендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙе [1] Ҡарасайылға ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1929 йылда Өфөләге беренсе һәм берҙән-бер булған Коншин электр станцияһында башлай.