Бусов Григорий Андреевич

Бусов Григорий Андреевич — II гильдия рус сауҙагәре, Өфө губернаһындағы монархия хәрәкәте ойоштороусыһы, Рус халҡы союзының Өфө губерна бүлеге рәйесе, нәҫелдән килгән Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1909)[1].

Биографияһы

Григорий Бусов 1860 йылдар аҙағында Вологда губернаһының Кадников өйәҙе Негодяихи ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Вологда губернаһынан Өфөгә күсенә, унда 1880 йылдар аҙағына билдәле шәхескә әүерелә.

Бусов тимер юл подрядтарын башҡара, Өфөнән алыҫ түгел Нижегородкала кирбес заводы хужаһы була. Өфөлә уның милкендә ике йорт була, береһендә 1912 йылға тиклем Өфө губерна жандарм идаралығы урынлаша. 1900 йылдар башында Бусов Өфө ҡала думаһы ағзаһы була, әммә 1903 йылдың 15 апрелендә үҙ ирке менән был дәрәжәнән баш тарта.

19051907 йылдарҙа консерватив-монархия позицияларын яҡлай һәм башҡа сауҙагәрҙәр, мещандар, дин әһелдәре менән 1905 йылдың октябрендә революцияға ҡаршы демонстрациялар ойоштора, был урындағы властарға Өфө губернаһында оператив рәүештә социаль-сәйәси хәлде тотороҡландырырға ярҙам итә.

Революцион листовкаларҙа Бусов «Өфөләге ҡара йөҙөнсөләр башлыҡтарының береһе» тип белдерелә. 1906 йылдың ноябрендә Рус халҡы союзының Өфө губерна бүлеге ойошторолғас та уның рәйесе итеп һайлана, ә 1907 йылдан 1917 йылғаса бүлек рәйесе вазифаһын биләй. Рус халҡы союзының Өфө губерна бүлеге рәйесе статусында 1907 йылдың июлендә Союздың губерна һәм өлкә вәкилдәренең Мәскәү съезында һәм 1908 йылдың 10 февраленән 16-һына тиклем Петербургта үткән Союздың бүлек рәйестәренең һәм вәкилдәренең Бөтә Рәсәй съезында ҡатнаша, һуңғыһында Рус халҡы союзының Өфө губерна бүлеге хәле тураһында сығыш яһай.

Сәйәси эшмәкәрлегенән тыш, Бусов шулай уҡ хәйриәлек һәм меценатлыҡ менән шөғөлләнә. Ул Өфөлә, Раевкала, Себерҙә сиркәүҙәр төҙөүгә аҡса бүлә, Өфөлә үҙ иҫәбенә һаңғырауҙар училищеһы бинаһын һалдыра, шулай уҡ 1894 йылда вокзал эргәһендә сиркәү төҙөтөү өсөн Өфө тимер юлсыларына 17 мең һум аҡса тапшыра. 1907 йылда Өфөнөң яңы зыяратында ҡорам һалыу буйынса төҙөлөш комитеты составына инә. Оҙайлы ваҡыт Өфө Кафедраль соборының сиркәү старостаһы вазифаһын биләй, Ҡыҙыл Тәре Рәсәй ойошмаһының урындағы Өфө идаралығы ағзаһы була. 1908 йылда Өфө ирҙәр дини училищеһының почётлы күҙәтеүсеһе, 1913 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар приюты директоры, Өфө губерна попечителлегенең почётлы ағзаһы була. Үҙенең хәйриәлек эшмәкәрлеге өсөн 1907 йылдың 3 февралендә III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә, 1909 йылда нәҫелдән килгән почётлы гражданлыҡ хоҡуғын ала.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, Бусов ялан төҙөлөш идаралығының хәрби хәбәрҙәре агенты булып китә, Минск, Псков, Плоцк, Мозырь һәм башҡа тораҡ пункттарҙа хәрби тимер юлдары һалыр өсөн эшселәр һәм оҫталар яллау менән булыша.

1918 йылдың йәйендә Өфөнән сигенгән большевиктар бер нисә абруйлы ҡала кешеһен аманат итеп ала. Улар араһында Бусов һәм уның офицер улы Николай ҙа була, уларҙы 13 (26) июндә һаҡ аҫтына алалар. Ағиҙел йылғаһы буйлап баржала оҙатылып, июль һәм август айҙарында улар Сарапул төрмәһендә тотола. 18 (31) августа Бусов һәм ҡайһы бер башҡа аманаттар Ижевск заводы эшселәренең Аҡтар армияһы тарафынан азат ителә һәм Өфөгә ҡайтарыла. Николайҙы ҡотҡарып булмай. Григорий Бусовтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Григорий Бусовтың өс улы була: Сергей (1889 йылда үлә), Василий һәм Николай һәм ҡыҙы Мария (1893 йылғы)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. За мир, порядок и труд! Железнодорожники Уфы и революция 1905 года. www.portal-slovo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 13 июль 2021 года.
  2. Бусов Григорий Андреевич. «Хронос». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2011. Архивировано 14 октябрь 2011 года.

Тема буйынса өҫтәмә