Сәғәҙиев Рашат Рәхимйән улы
Сәғәҙиев Рашат Рәхимйән улы (рус. Сагадиев, Рашат Рахимзянович; 1926 йылдың 29 декабре, Ыҫлаҡ, Әлшәй районы — 2025 йылдың 9 июне, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Рашат Рәхимйән улы Сәғәҙиев 1926 йылдың 29 декабрендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылында тыуа.
1944 йылдың 15 февралендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. С. А. Леваневский исемендәге мина-торпедо хәрби-диңгеҙ авиация училищеһының 57-се автотранспорт ротаһы составында хеҙмәт итә. 1947 йылдың ноябрендә демобилизациялана.
Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта Өфө предприятиеларында эшләй[1].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].
Рашат Рәхимйән улы 2025 йылдың 9 июнендә, 98 йәшендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» миҙалы (2025)[3];
• юбилей миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сагадиев Рашат Рахимзянович. Официальный сайт совета ГО г.Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Сагадиеву Р. Р. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
- ↑ Сергей Николаев. В Уфе ветеранам Великой Отечественной войны вручили награды. ИА "Башинформ" (9 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
Һылтанмалар
- Сагадиев Рашат Рахимзянович. Официальный сайт совета ГО г.Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
- Светлый день Победы - счастливый, светлый день весны. Сайт МБДОУ Детский сад № 278 (7 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.