Монасипов Мөҙәрис Хәйрулла улы
Мөҙәрис Хәйрулла улы Монасипов (рус. Мударис Хайруллович Мунасипов ; 1927 йылдың 7 апреле, Стәрлебаш — 2026 йылдың 9 феврале, Өфө) — хәрби хеҙмәткәр, осоусы, подполковник (2000). Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1-се класлы хәрби осоусы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Монасипов Мөҙәрис Хәйрулла улы 1927 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуа.
1944 йылдың 16 декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Пе-2 самолёттарында осоу өсөн уҡсы-радистар әҙерләнгән курсҡа Грозный ҡалаһына ебәрелә. Курсты тамамлағас, уны училищела инструкторҙар экипажы составында ҡалдыралар, бында 1950 йылға тиклем хеҙмәт итә.
1950 йылда Балашов хәрби училищеһына (рус.)баш. уҡырға инә. 1952 йылда ошо юғары хәрби уҡыу йортон тамамлап, Алыҫ авиация осоусыһы һөнәрен ала, артабан ЛИ-2 самолётында оса.
Һуңынан Иркутск өлкәһенә күсерелә һәм унда 1972 йылға тиклем хеҙмәт итә, ТУ-16 самолёты осоусыһы була. хеҙмәте осоронда экипаж командирынан алып авиация эскдрильяһы командиры урынбаҫарына, 1-се класлы хәрби осоусы дәрәжәһенә тиклем юл үтә.
Кариб көрсөгөндә ҡатнаша һәм һәр саҡ беренсе булып осорға, экипаждың алдынан барырға әҙер була. Самолётын һауала өҫтәмә заправкалап, Тымыҡ океан, Төньяҡ ҡотоп өҫтөнән оса, беренселәрҙән булып Врангель утрауына ултыра.
1972 йылда майор званиеһында запасҡа сыға һәм ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. Граждан пенсияһына сыҡҡанға тиклем Башҡорт АССР-ы Сауҙа министрлығының граждандар оборонаһы штабы начальнигы булып эшләй. 2000 йылда «подполковник» хәрби званиеһы бирелә[1].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы башланғымын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].
Хәрби хеҙмәт ветераны 2026 йылдың 9 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1][3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• СССР Ҡораллы Көстәре сафында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн 20 орден һәм миҙалға эйә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Мунасипов Мударис Хайруллович. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Мунасипову М. Х. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. Ушел из жизни почетный гражданин Уфы, ветеран Мударис Мунасипов. ИА «Башинформ» (10 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2026. (рус.)
Һылтанмалар
- Официальный сайт совета городского округа г.Уфа Республики Башкортостан. Мунасипов Мударис Хайруллович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- ВК- аккаунт «Единая Россия. Кировский район г. Уфы». Партийцы Кировского районе Уфы поздравили ветерана Великой Отечественной войны, почётного гражданина города Уфы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)
- ufaved.info - городская электронная газета. Мария Николаева. Спасибо вам за мир! (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2026)