Климович Нина Трофимовна
Климович Нина Трофимовна (ҡыҙ фамилияһы — Голубева[1]; 1926 йылдың 3 июле, Головино[d], Новодугинский район[d]) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Элемтәсе. Сержант. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Нина Трофимовна Климович 1926 йылдың 3 июлендә Смоленск өлкәһе Новодугинск районының Головино[2] ауылында тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышы башынан алып ике йыл оккупацияла була, Германияға оҙатҡанда ҡаса һәм партизандарға эләгә. Тәүҙә разведчица була, һуңынан элемтәселәр курсын тамамлай[3]. 1-се Белорус фронты 41-се дивизияһының 611-се элемтәселәр ротаһы[3] составында Берлинға тиклем барып етә. Һуғышты сержант дәрәжәһендә тамамлай.
1945 йылда хәрби эшмәкәргә тормошҡа сыға һәм күп тапҡырҙар ғаилә гарнизондан-гарнизонға күсенә. Германияла, Ташкентта, Мәскәүҙә, Тоцк лагерҙарында, Быҙаулыҡта, Куйбышевта йәшәйҙәр.
1967 йылда Өфөгә килеп төпләнәләр.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Химиктар мәҙәниәт йортоноң фронт әхирәттәре ветерандар хорында йырлай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша[4].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» миҙалы (2025)[6];
• ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944[7], 1945[8];
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[9];
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)[10];
• «Варшаваны алған өсөн» миҙалы (1945)[11];
• «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)[12];
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[13].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ксения Калинина. В Уфе следователи организовали для ветерана войны персональный парад. ИА "Башинформ" (6 май 2025).
- ↑ [https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-chelovek_kartoteka1509682739/ Климович (Голубева) Нина Трофимовна Картотека награждений]. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ 1 2 Легендарная связистка провела День Победы в Музее. РИА "Победа РФ" (9 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Макар Волин. Слава и почет. "Уфимские Ведомости" (4 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Климович Н. Т. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Сергей Николаев. В Уфе ветеранам Великой Отечественной войны вручили награды. Сайт газеты "Восход" (9 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Климович (Голубева) Нина Трофимовна Орден Красной Звезды. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Голубева Нина Трофимовна Орден Красной Звезды. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Климович Нина Трофимовна Орден Отечественной войны II степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Голубева Нина Трофимовна Медаль «За боевые заслуги». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Климович (Голубева) Нина Трофимовна Медаль «За освобождение Варшавы». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Климович (Голубева) Нина Трофимовна Медаль «За взятие Берлина». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- ↑ Климович (Голубева) Нина Трофимовна Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
Һылтанмалар
- Климович Нина Трофимовна. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- Ветеран ВОВ из Башкирии отметила 100-летие. АО ТРК «Башкортостан» Bash.News (7 июль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- Ксения Калинина. В Уфе следователи организовали для ветерана войны персональный парад. ИА "Башинформ" (6 май 2025).
- Зиля Авзалова. Следователи и олимпийские чемпионы Башкортостана поздравили участников Великой Отечественной войны. ГТРК «Башкортостан» (6 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.
- В Уфе сотрудники следственного организовали персональный парад 99-летнему ветерану Великой Отечественной войны Нине Климович. Сайт СУ СК РФ по Республике Башкортостан (6 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 июль 2025.