Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улы

Кашшаф Әғлетдин улы Сәмиғуллин (рус. Кашшаф Аглетдинович Самигуллин; 1923 йылдың 2 майы, Түбәнге Ҡарамалы, Урта Ҡарамалы ауыл Советы (Йәрмәкәй районы)2023 йылдың 15 июне, Өфө) — именлек органдары хеҙмәткәре, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2023).

Биографияһы

Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улы 1923 йылың 2 майында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бик иртә етем ҡала. Ул йәш ярым саҡта әсәһе Фәтҡиә Әлимғол ҡыҙы үлеп китә, 1934 йылда атаһы тимер юлында юлбаҫарҙар ҡулынан һәләк була.

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, ВЛКСМ-дың Йәрмәкәй район комитеты тәҡдиме менән Боғорослан педучилищеһына уҡырға китә. Беренсе курсты тамамлағас, ауыр матди хәле арҡаһында ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсергә мәжбүр була. Комсомол райкомы уға район ер бүлегенә эшкә урынлашырға ярҙам итә. Артабан район ЗАГС-ы бюроһы мөдире булып эшләй.

1940 йылда Иҫке Турай мәктәбенә өлкән пионервожатый булып эшкә урынлаша.

17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә[1].

Уны Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына ебәрәләр, ә 1942 йылдың 15 майында Калинин фронтына — Ржев эргәһендә урынлашҡан 20-се армияға эләгә. Бында ул пулемёт расчеты командиры булып хеҙмәт итә. Кәмәләрҙә һәм һалдарҙа Вазуза йылғаһы аша йөҙөп сығып, десант полкының башҡа подразделениеларына кисеүҙе үтергә ярҙамлаша. Ҡаты бәрелештә яралана һәм контузия ала. Ете ай госпиталдә ята. 1943 йылдың февралендә уны II төркөм инвалиды тип таныйҙар[2].

1946 йылда Алма-Атала милиция мәктәбен уңышлы тамамлағас, ул Күксәтау өлкәһе Эске эштәр идаралығының бандитизмға ҡаршы көрәш бүлегенең оператив вәкиле — тәфтишсеһе булып эшләй. 1947 йылдың майында Кашшаф Сәмиғуллин Башҡорт АССР-ыың Эске эштәр халыҡ комиссариатына (НКВД) күсерелә, унда 1951 йылға тиклем бандитизмға ҡаршы көрәш бүлегендә эшләй. Бер нисә билдәле енәйәт эштәрен тикшереүҙә, сит ил разведкаһы агентын эҙләүҙә һәм егерменән ашыу хәүефле енәйәтсене, шул иҫәптән Ватанға хыянат итеүселәрҙе тотоуҙа ҡатнаша. Хеҙмәт юлын кесе лейтенант булып башлай, 1985 йылдың авгусында полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға[3].

2023 йылдың апрелендә ҡала советы депутаттары уға «Өфөнөң почётлы гражданы» исемен бирә.

2023 йылдың 15 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

42 хөкүмәт һәм 34 ведомство наградаһы менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары йәмәғәт ойошмаһының Почёт китабына индерелгән.

Хәтер

• 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Өфө ҡалаһындағы 17-се мәктәпкә Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улының исеме бирелә[5][6].

Иҫкәрмәләр

  1. Кашшаф Самигуллин. Прославленный ветеран, общественный деятель, благотворитель, Ветеран Башкортостана. 24 октябрь 2025 тикшерелгән.
  2. Самигуллин Кашшаф Аглетдинович, Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. 24 октябрь 2025 тикшерелгән.
  3. Поздравление ветеранов Великой Отечественной Войны воевавшие за свободу и независимость нашей Родины, Башкирский Научно-исследовательский центр по пчеловодству и апитерапии. 24 октябрь 2025 тикшерелгән.
  4. Ляйсан Закирова. Не стало легенды: в Уфе ушел из жизни 100-летний ветеран Великой Отечественной Кашшаф Самигуллин. ИА «Башинформ» (15 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025. (рус.)
  5. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025. (рус.)
  6. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года №487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 октябрь 2025. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә