Боғорослан (Ырымбур өлкәһе)

Боғорослан (Буғарыҫлан) — рус. Бугуруслан — Ырымбур өлкәһендә, Рәсәйҙә өлкә әһәмиәтендә булған ҡала. Ҡалала Боғорослан районы үҙәге урынлашҡан. Буғарыҫлан ҡалаһы үҙе район составына инмәй.

Ҡала Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында, Оло Кинәле йылғаһы ярында урынлашҡан. Һамарҙан — 180, Ырымбурҙан — 360, Мәскәүҙән — 1200 км алыҫлыҡта.

Этимологияһы

Исеме төрки телдән килә: боға[1] (буға)[2] — үгеҙ, телец; арслан — арыҫлан.

Топонимдың килеп сығышын һәм урыҫ телендә әйтелеше тураһында Ырымбур топонимдар белгесе Б. А. Моисеев "Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки" тигән китабында ошондай фекер әйтә:

« Многие краеведы и исследователи полагают, что слово Бугуруслан по происхождению сложное, образовалось из двух тюркских корней. Первая часть бугу- или богу-, вторая часть — -араслан или -арслан. Поэтому первоначально произносилось Богуараслан, затем после фонетических изменений установилось современное произношение Бугуруслан. В разных источниках по истории Бугуруслана встречаются и такие варианты названия, как

Богорослан, Богоруслан, Богуруслан. Вторая часть названия переводится всеми одинаково — «лев». Слово широко употреблялось в прошлом в качестве имени собственного у многих народов: у татар, башкир, казахов, калмыков, ногайцев и даже у древних печенегов. Вот некоторые примеры: султан Араслан, Джан Араслан, Арасланбай, Арасланбек.[3]

»

.

Йәғни, ул да атаманың "буға" һәм "арыҫлан" һүҙҙәренән килеп сыҡҡанын дөрөҫләй.

Тарихы

undefined
Буғарыҫлан XX быуат башында
undefined

Ҡала 1748 йылда Боғорослан биҫтәһе булараҡ нигеҙ һалына[4]. Боғорослан 1781—1920 йылдарҙа Боғорослан өйәҙе үҙәге.

Боғоросланда 267 йорт иҫәпләнгән, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм отставкалағы чиндарға 63 йорт ҡараған, канцелярия хеҙмәткәрҙәренә — 3, сауҙагәр һәм мещандарға — 5, руханиҙарға — 4, крәҫтиәндәргә — 159 йорт.

1811 йылда 1300 кеше йәшәгән, 1897 — 12141 (башҡорттар — 66, мордвалар — 363, татарҙар — 868, урыҫтар — 10624 һ.б.), 1910 — 15000 кеше. 19 быуат аҙағында халҡы сауҙа, игенселек, баҡсасылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.

Һабын ҡайнатыу һәм балауыҙ һығыу заводтары эшләгән. Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. Покров ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, 2 сиркәү, дини, 2 класлы ҡала һәм 2 мәхәллә училищелары, ҡыҙ балалар прогимназияһы, 2 дауахана булған. 1935—1941 йылдарҙа ҡалала татар-башҡорт педагогия техникумы (училищеһы) эшләгән.

Климаты

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Уртаса температура, °C −10,7 −10,6 −5,5 5,5 14,8 19,9 21,6 20,4 13,6 5,3 −3,9 −9,8 5,0
Сығанаҡ: NASA. База данных RETScreen

Элемтә

Ҡалала Боғорослан граждан авиацияһының осоу училищеһы, Ырымбур дәүләт университеты филиалы эшләй.

Иҫкәрмәләр

  1. боға—племенной бык. Прим. күл боғаһы — большая выпь. Башкирско-русский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 1996)
  2. Буға — Бык, корова. Боға, буға һүҙҙәре боронғо төрки ҡомартҡыларҙағы үгеҙ мәғәнәһендәге воуа~вUуа һүҙенә барып тоташа. — Слова боға, буға восходят к слову воуа/вUуа в значении `бык`, встречающемуся в древнетюркских памятниках. Мифологический словарь башкирского языка (Ф. Г. Хисамитдинова, 2010)
  3. Моисеев, Б. А. Местные названия Оренбургской области. Историкотопонимические очерки / Мин-во образования и науки РФ, ФГБОУ ВПО «Оренбург. гос. пед.ун-т». — Оренбург : Изд-во ОГПУ, 2013. — 380 с. ISBN 978-5-85859-528-1
  4. Бугуруслан // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)