Домбаровка районы

Домбаровка райо́ны — Ырымбур өлкәһе муниципаль районы. Үҙәк — Домбаровский ҡасабаһы.

Географияһы

Район Урало-Тобол платоһында, Ырымбур өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында, Орь-Кумак йылғалары араһында урынлашҡан. Майҙаны — 3,6 мең км².

Рәсәй Оборона министрлығының районда урынлашҡан Ащебутак һәм Домбаровский хәрби аэродромдары бөгөнгө көндә ташландыҡ хәлдә.

Билдәле шәхестәре

  • Иҙрисов Роберт Хәбиб улы (13.04.1944), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2002). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985) һәм уйлап табыусыһы (1980). Домбаровский ҡасабаһынан[2].

Административ-территориаль ҡоролошо

Районда 7 берекмә бар:

  1. Ащебутакский ауыл Советы
  2. Домбаровский ҡасаба Советы
  3. Домбаровский ауыл Советы
  4. Заречный ауыл Советы
  5. Заринский ауыл Советы
  6. Красночабанский ауыл Советы
  7. Полевой ауыл Советы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Категориялар